bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Judges 17
Judges 17
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Әфраим таулығында Михаяһ тигән кеше йәшәй ине.
2
Ул әсәһенә: – Теге ваҡытта бер мең дә бер йөҙ шекел көмөшөң юғалғас, һин ҡараҡты минең алдымда ҡарғағайның. Ул көмөш миндә, уны мин алғайным, – тине. – Раббы һиңә фатиха бирһен, улым, – тине әсәһе.
3
Улы әсәһенә бер мең дә бер йөҙ шекел көмөштө кире ҡайтарып бирҙе. Әсәһе: – Был көмөштө мин улым хаҡына Раббыға бағышлайым. Унан бот менән ҡойолма илаһ яһатып алам. Көмөш шул рәүешле, улым, үҙеңә ҡайтһын, – тине.
4
Улы ҡайтарып биргәс, әсәһе ике йөҙ шекел көмөштө алып, уны көмөшсөгә илтте лә бот менән ҡойолма илаһ яһатып алды. Шул ваҡыттан алып, ул бот Михаяһтың өйөндә торҙо.
5
Шул рәүешле был Михаяһ тигән кешенең ғибәҙәтханаһы барлыҡҡа килде. Эфод менән йорт илаһтарының һындарын эшләтеп, улдарының береһен ҡаһин итеп ҡуйҙы.
6
Ул заманда Исраилдың батшаһы юҡ ине: һәр кем нисек дөрөҫ тип тапһа, шулай эшләй торғайны.
7
Йәһүҙә ырыуы халҡы араһында бер йәш леви йәшәй ине. Ул Йәһүҙә Бейт-Ләхәмендә тыуып үҫеп,
8
йәшәгән төйәген алмаштырыу ниәте менән, был ҡаланан сығып китте һәм юл ыңғайында Әфраим таулығындағы Михаяһ йортона һуғылды.
9
Михаяһ унан: – Ҡайҙан киләһең? – тип һораны. Теге егет: – Мин Йәһүҙәнең Бейт-Ләхәм ҡалаһынанмын, леви булам, төйәкләнер урын эҙләйем, – тине.
10
Михаяһ уға: – Улай булғас, миндә ҡал, атайым һымаҡ кәңәшсе, ҡаһин булырһың, – тине. – Мин һиңә йылына унар шекел көмөш, өҫтәүенә кейем һәм ашарға аҙыҡ-түлек бирермен.
11
Йәш леви был кешелә ҡалырға булды. Михаяһ уны улы һымаҡ күрҙе,
12
ҡаһин итеп ҡуйҙы, һәм егет Михаяһ йортонда йәшәне.
13
Михаяһ: – Хәҙер инде Раббының миңә фатихалы булыуын беләм, сөнки минең ҡаһиным левиҙәрҙән, – тине.
← Chapter 16
Chapter 18 →