bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Judges 12
Judges 12
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Әфраимдар йыйылышып Иордан йылғаһы аша Сафонға сыҡтылар һәм Ифтахҡа: – Ниңә һин ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа беҙҙе лә үҙең менән саҡырманың? Беҙ һине йортоң менән бергә яндырабыҙ, – тинеләр.
2
– Халҡымдың һәм минең ғаммондар менән бик ҡаты ыҙғыш сыҡҡайны. Мин һеҙҙе саҡырғайным – һеҙ миңә ярҙамға килмәнегеҙ.
3
Һеҙҙән миңә ярҙам булмаясағын аңлап, мин үҙ ғүмеремде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙым, ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа күтәрелдем. Раббы уларҙы минең ҡулға тапшырҙы. Ниңә әле һеҙ минең менән яғалашырға килдегеҙ? – тине Ифтах уларға.
4
Әфраим ырыуы кешеләре Ғилғәд халҡына: «Ҡасҡын ғилғәдтәр! Ғилғәд бит ул Әфраим менән Менашше араһындағы бер төбәк кенә!» – тип әйткәйнеләр. Ифтах Ғилғәдтәге бөтә ир-егеттәрҙе йыйҙы ла әфраимдар менән алышҡа күтәрелде һәм уларҙы еңде.
5
Ғилғәдтәр әфраимдарҙың сигенеү юлдарын ҡаплар өсөн Иордан аша кисеүҙәрҙе ҡулдарына алды һәм, ҡасып барған әфраимдарҙан берәйһе: «Аръяҡҡа сығайым әле», – тип рөхсәт һораһа, «Һин Әфраим кешеһеме?» – тип һорар булды. Ул: «Юҡ», – тип яуаплаһа,
6
уға: «Шибболеҫ, тип әйт», – тиҙәр. Ә теге дөрөҫ итеп әйтә алмайынса: «Сибболеҫ», – тиһә, ғилғәдтәр уны Иордан аша сыға торған кисеүҙәр эргәһендә сәнсеп үлтерә торғайны. Был мәлдә әфраимдарҙан ҡырҡ ике мең кеше һәләк булды.
7
Ифтах алты йыл Исраил хакимы булды. Ғилғәд улы Ифтах, вафат булғас, үҙенең Ғилғәдтәге ҡалаһына ерләнде.
8
Унан һуң Бейт-Ләхәмдән Ивсан Исраил хакимы булды.
9
Уның утыҙ улы һәм утыҙ ҡыҙы бар ине. Ҡыҙҙарын ул, кейәүгә биреп, үҙ өйөнән оҙатты, ә улдарына ситтән утыҙ кәләш алып бирҙе. Ете йыл Исраил хакимы булып торҙо.
10
Ивсан, вафат булғандан һуң, Бейт-Ләхәмдә ерләнде.
11
Унан һуң Зевулун ырыуынан Элон Исраил хакимы булды. Ул ун йыл хакимлыҡ итте.
12
Элон, вафат булғандан һуң, Зевулун ерендә, Айялонда ерләнде.
13
Унан һуң Пирғаҫондан Һиллел улы Ғавдон Исраил хакимы булды.
14
Уның ҡырҡ улы һәм утыҙ ейәне бар ине. Уларҙың етмеше лә ишәккә атланып йөрөр булды. Ул Исраилда һигеҙ йыл хакимлыҡ итте.
15
Вафат булғандан һуң, Һиллел улы Ғавдон Әфраим ерендәге Пирғаҫонда, Ғәмәлек таулығында ерләнде.
← Chapter 11
Chapter 13 →