bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Judges 10
Judges 10
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Авимәләхтең вафатынан һуң, Исасхар тоҡомонан Додонан тыуған Пуаның улы Толағ Исраилды ҡотҡарыусы булды. Ул Әфраим таулығындағы Шамир тигән ерҙә йәшәне.
2
Толағ егерме өс йыл Исраил хакимы булды. Вафатынан һуң Шамирҙа ерләнде.
3
Унан һуң Ғилғәдтән Яир исемле кеше егерме ике йыл Исраил хакимы булды.
4
Уның утыҙ улы булып, утыҙы ла ишәк менеп йөрөр ине. Улдарының утыҙ ҡалаһы була торғайны. Ғилғәд ерендәге был ҡалалар бөгөнгә тиклем Яир ауылдары тип атала.
5
Яир вафат булғас, уны Ҡамонда ерләнеләр.
6
Исраил халҡы һаман Раббы хуш күрмәгән яуыз эштәр ҡылыуын дауам итте, Бәғелдәргә һәм Ғаштареҫтарға, Арам, Сидон, Моав, Ғаммон, Пелешеҫ халыҡтарының илаһтарына табынды. Улар Раббыны ташланы, Уға хеҙмәт итмәне.
7
Шуға күрә Раббының Исраилға ҡарата асыуы ҡабарҙы; Ул исраилдарҙы пелештиҙәр һәм ғаммондар ҡулына тапшырҙы.
8
Шул йылды әлеге халыҡтар исраилдарҙы тар-мар итте һәм иҙҙе. Иордан аръяғында, әмөри ерендәге Ғилғәдтә, йәшәгән исраилдарҙы улар ун һигеҙ йыл буйы яфаланылар.
9
Аҙаҡ килеп ғаммондар Йәһүҙә, Бинйәмин һәм Әфраим ырыуҙарына ҡаршы һуғыш алып барыр өсөн, Иордан йылғаһын кисте. Исраил халҡына ҙур бәлә килде.
10
Исраил халҡы: – Һинең алдыңда гонаһ ҡылдыҡ! – тип Раббыға ялбарҙы. – Үҙ Аллабыҙҙы ташлап, Бәғелдәргә табына башланыҡ.
11
Раббы Исраил халҡына былай тине: – Һеҙҙе мысырҙар, әмөриҙәр, ғаммондар, пелештиҙәр,
12
сидондар, ғәмәлектәр, мағондар ҡыҫырыҡламанымы ни? Һеҙ Миңә ялбарғанда, Мин һеҙҙе уларҙың ҡулынан ҡотҡарманыммы ни?
13
Ә һеҙ Мине ташланығыҙ, бүтән илаһтарға хеҙмәт итә башланығыҙ. Шуның өсөн Мин һеҙҙе бынан ары ҡотҡармайым.
14
Барығыҙ, үҙегеҙ һайлап алған илаһтарға ялбарығыҙ, әйҙә, ауырлыҡтан хәҙер улар һеҙҙе ҡотҡарһын.
15
Исраил халҡы Раббыға: – Беҙ гонаһ ҡылдыҡ! Беҙҙең менән нимә теләһәң, шуны эшлә, бары тик бөгөн ҡотҡара күр, – тип ялбарҙы.
16
Улар сит илаһтарҙан баш тартты һәм Раббыға хеҙмәт итә башланы. Раббы, Исраил халҡының михнәттәрен күреп, бүтәнсә түҙә алманы.
17
Ғаммондар яуға йыйынды һәм Ғилғәдтә туплам булып урынлашты. Шулай уҡ Исраил халҡы ла ғәскәр йыйҙы һәм Миспала туплам булып торҙо.
18
Ғилғәд халҡы һәм түрәләре бер-береһенә: – Кем дә кем беҙҙе ғаммондарға ҡаршы һуғышҡа әйҙәп бара, шул бөтә Ғилғәд халҡының башлығы була, – тине.
← Chapter 9
Chapter 11 →