bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Joshua 20
Joshua 20
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы Йушағҡа:
2
– Исраилдарға әйт, Мин һеҙгә Муса аша бойорғанымса, һыйыныу ҡалалары һайлағыҙ, – тине. –
3
Берәйһе яуыз ниәтһеҙ, яңылышлыҡ менән кеше үлтерһә, ҡан үсен ҡайтарыусынан шунда ҡасып ҡотола алыр.
4
Ул ошо ҡалаларҙың береһенә ҡасып барып, ҡала ҡапҡаһы алдына баҫһын да ҡала аҡһаҡалдарына ни булғанын һөйләп бирһен. Уны ҡалаға индерһендәр һәм йәшәп торор өсөн урын бирһендәр.
5
Уны ҡон ҡайтарам тип килгән кешегә тотоп бирмәһендәр – ул яуыз ниәт менән үлтермәгән бит, теге үлгән кеше менән уның араһында дошманлыҡ булмаған.
6
Үлтергән кеше, йәмғиәт хөкөмөнә баҫҡансы, был ҡалала ҡалырға тейеш. Был хәл булған осорҙа хакимлыҡ иткән баш ҡаһин вафат булғас ҡына ул үҙенең ҡалаһына, үҙ өйөнә әйләнеп ҡайта алыр.
7
Һыйыныу ҡалалары тип иғлан ителделәр: Галилеяла, Нафтали тауҙарында – Ҡәдәш; Әфраим таулығында – Шәхәм; Йәһүҙә тауҙарында – Ҡыръяҫ-Арбағ, йәғни Хеврон.
8
Иордан аръяғында иһә Йерихонан көнсығышта һыйыныу ҡалалары шулар: Рәүвән ырыуына ҡараған яҫы таулыҡта, сүлдә – Бәсәр; Ғад ырыуына ҡараған Ғилғәд төбәгендә – Рамоҫ; Менашше ырыуына ҡараған Башан төбәгендә – Голан.
9
Шулай итеп, бына шулар һыйыныу ҡалалары итеп билдәләнде. Исраил халҡынанмы йәки улар араһында йәшәгән килмешәктәрҙәнме яуыз ниәтһеҙ кеше үлтергән һәр кем – йәмғиәт хөкөмө алдына баҫҡанға тиклем ошо ҡалаларҙа ҡан үсен ҡайтарыусынан ҡасып ҡотола алыр.
← Chapter 19
Chapter 21 →