bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Joshua 16
Joshua 16
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йософ нәҫелдәренә йәрәбәгә төшкән ерҙәрҙең сиге Иордан буйынан – Йерихо ҡалаһы эргәһендәге Йерихо сығанағынан көнсығыштараҡ башланып, сүл аша Бейт-Ил ҡалаһына табан, тауға үрләй.
2
Бейт-Илдән – Лузға, артабан аркиҙар йәшәгән Ғатароҫҡа йүнәлә,
3
унан һуң көнбайышҡа яфлетиҙәр еренә, Түбәнге Бейт-Хоронға һәм Гәзәргә тиклем төшә лә диңгеҙгә барып терәлә.
4
Йософ нәҫелдәре – Менашше һәм Әфраим ырыуҙары – ана шул ерҙәрҙе биләмә итеп алды.
5
Әфраим ырыуына нәҫелдәренә күрә эләккән ер биләмәләре бына ошо: сик һыҙығы көнсығышта Ғатароҫ-Аддарҙан башлана һәм, Үрге Бейт-Хоронға етеп,
6
диңгеҙгә табан китә. Төньяҡта Михмеҫаҫтан көнсығышҡа һуҙыла ла Танааҫ-Шилоға борола, артабан көнсығышҡа, Яноахҡа табан йүнәлә;
7
Яноахтан Ғатароҫҡа һәм Нағараға төшә, Йерихоға яҡынлай һәм Иордан йылғаһына барып етә.
8
Таппуахтан сик Ҡана йылғаһы буйлап көнбайышҡа һуҙыла һәм диңгеҙгә барып етә. Нәҫелдәренә күрә Әфраим ырыуының биләмә ерҙәре ошо.
9
Менашше улдарының ер биләмәләренән Әфраим улдарына әйләнә-тирәләге ауылдар менән бергә ҡалалар ҙа бүлеп бирелде.
10
Әммә Әфраим ырыуы Гәзәрҙән ҡәнғәниҙәрҙе ҡыуып сығара алманы. Ҡәнғәниҙәр, мәжбүри хеҙмәт башҡарып, әфраимдар араһында әлеге көнгә тиклем йәшәй.
← Chapter 15
Chapter 17 →