bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Jonah 2
Jonah 2
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы Юнысты йотор өсөн ҙур балыҡ ебәрҙе. Юныс өс көн һәм өс төн буйы ошо балыҡтың ҡарынында булды.
2
Ул балыҡ ҡарынынан Раббыға, үҙ Аллаһына, ялбарҙы:
3
– Бәләгә ҡалғас, Раббыға ялбарҙым – Ул миңә яуап ҡайтарҙы, Үлеләр донъяһы эсенән ҡысҡырҙым – Тауышыма ҡолаҡ һалдың, Раббы!
4
Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Ташҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты.
5
Әйттем: «Күҙ алдыңдан ҡыуылдым»; Ләкин Һинең изге ҡорамыңды Күрәһеләрем әле бар икән!
6
Һыуҙар алҡымымдан алды, Әйләнә-тирәмдә – упҡын, Башымды ылымыҡтар сорнаны.
7
Тауҙарҙың тамырына тиклем төштөм, Ер аҫты биктәре мәңгелеккә артымдан ябылды. Әммә Һин, йә Раббы, Аллам минең, Йәнемде упҡындан сығарҙың!
8
Ғажиз булып, хәлем тамам бөткәс, Мин Раббыны иҫкә төшөрҙөм, Доғам Һиңә, изге ҡорамыңа олғашты.
9
Ялған илаһтарҙы үҙ иткәндәр Үҙҙәрен һөйөүеңдән мәхрүм итә.
10
Ә мин, Һиңә шөкөр әйтеп, Ҡорбан килтерермен, Нәҙеремде мотлаҡ үтәрмен. Ҡотолоу Һинән килер, йә Раббы!
11
Раббының бойороуы булды, балыҡ Юнысты ҡоро ергә ҡоҫто.
← Chapter 1
Chapter 3 →