bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Job 35
Job 35
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Әлиһу һүҙен былай тип дауам итте:
2
«Шул дөрөҫ тип уйлайһыңмы: „Алла түгел, ә мин хаҡмын“, – тиһең?
3
„Гонаһ ҡылмауымдан ни файҙа ла ниндәй йөй?“ – тип һораһаң,
4
Яуап ҡайтарам һиңә һәм дуҫтарыңа:
5
Күккә ҡара ла күр, болоттарҙы күҙәт, Улар һинән ниндәй бейек.
6
Гонаһ ҡылһаң, уның Аллаға ниндәй зыяны тейә? Енәйәттәреңде арттырыуҙан, Уға нимә була?
7
Һинең тәҡүәлегең Уға нимә бирә? Һинең ҡулыңдан Ул нимә ала?
8
Үҙең кеүек үк кешегә – яманлығың; Тәҡүәлегең дә – әҙәм балаларына.
9
Кешеләр ҡаты иҙелеү аҫтында иңрәй, Көслөләр ҡулынан ҡотолоу өсөн ярҙам һорай.
10
Әммә бер кем дә: „Ҡайҙа һуң мине бар ҡылған Алла? Төндәрен беҙгә өмөт йырҙары биреүсе ҡайҙа?
11
Беҙгә ерҙәге йәнлектәргә ҡарағанда күберәк зиһен биргән, Һауалағы ҡоштарға ҡарағанда аҡыллыраҡ иткән Яратыусыбыҙ ҡайҙа?“ – тип әйтмәҫ.
12
Әммә иңрәп ҡысҡырған хәлдә лә, Ундайҙарға Алла яуап ҡайтармай, Сөнки залимдар тәкәббер.
13
Асылда Алла бушҡа ҡысҡырғанды тыңламай, Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе быға иғтибар бирмәй.
14
Ә инде Уға ҡаршы зарланаһың, Дәғүәң Уның хозурында, Уны хөкөмгә көтәм тиһең икән, – бигерәк тә.
15
Тағы ла, Уның асыуы яйлай, Ул енәйәттәргә артыҡ әһәмиәт бирмәй, тиһең.
16
Әйүп буш хәбәр һөйләп ауыҙын аса, Юҡ-бар һүҙ менән донъя тултыра».
← Chapter 34
Chapter 36 →