bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Job 26
Job 26
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Әйүп былай тип яуап ҡайтарҙы:
2
«Хәле ҡалмағанға нисек ярҙам иттең? Көсһөҙ ҡулға таяныс булдыңмы?
3
Аҡылы етмәгәнгә ниндәй шәп кәңәш бирҙең? Уға ниндәй мул-мул белем бирҙең?
4
Был һүҙҙәргә һине кем өйрәтте? Кемдең рухы һинең аша һөйләй?
5
Аҫта әруахтар тетрәнә, Һыуҙар һәм дә унда йәшәүселәр.
6
Алла хозурында үлеләр донъяһы шар асыҡ, Һәләкәт еренең ҡапҡасы юҡ.
7
Ул төньяҡты бушлыҡтың өҫтөнә киргән; Һис нимәһеҙ ерҙе аҫып ҡуйған.
8
Ул болоттарына һыу туплай, Һыуҙың ауырлығына болоттар йыртылмай.
9
Ул тәхетен йәшереп ҡуя, Үҙенең болото менән ҡаплай.
10
Һыуҙар өҫтөнә офоҡто һыҙып, Яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡты сикләй.
11
Уның дәһшәтле ауазынан ҡурҡып Күктең таяуҙары дер ҡалтырай.
12
Ҡеүәте менән диңгеҙҙе буйһондорҙо, Аҡылы менән Раһавты дөмбәҫләне.
13
Уның һулышынан күк йөҙө асылды; Ҡулы ҡасҡан йыланды сәнсеп үлтерҙе.
14
Былар – Уның ғәмәлдәренең тик аҙы ғына! Уның хаҡында ишеткәнебеҙ, гүйә, тик бышылдау. Ә Уның ҡөҙрәтле күкрәүен кем аңлай ала?»
← Chapter 25
Chapter 27 →