bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Job 20
Job 20
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Нағамандан килгән Софар былай тип яуапланы:
2
«Һүҙҙәрең мине хафаға һалды, Әйүп, Борсолам, өндәшмәй ҡала алмайым.
3
Рәнйеткес битәрләүҙәр ишетәм, Зиһенем яуап бирергә рухландыра.
4
Әллә шуны белмәйһеңме: әүәлдән үк, Әҙәм донъяға яратылғандан бирле,
5
Яуыздарҙың ҡыуанысы ҡыҫҡа, Аллаһыҙҙарҙың шатлығы ғүмерһеҙ.
6
Тәкәбберлеге күккә ашһа ла, Башы болоттарға тейеп торһа ла,
7
Үҙенең тиҙәге кеүек сереп юҡҡа сығыр, Уны күргәндәр: „Ҡайҙа ул?“ – тиер.
8
Төш шикелле осоп китер ҙә башҡа табылмаҫ, Төнгө һаташыу һымаҡ юҡ булыр.
9
Ҡасандыр уға ҡараған күҙҙәргә күренмәҫ бүтән, Йәшәгән ерҙәре инде уны күрмәҫ.
10
Талап йыйған малын үҙ ҡулы менән таратыр, Улдары хәйерселәрҙән хәйер һорар.
11
Тәнендәге ташып торған йәшлек дәрте Үҙе менән бергә тупраҡҡа күмелер.
12
Ауыҙына яуызлыҡ бик татлы тойолһа ла, Тел аҫтында ғына йәшереп тотһа ла,
13
Ҡәҙерләп аңҡауында һаҡлаһа, Тәмләп һурһа ла,
14
Ҡорһағына төшкәс бындай ризыҡ, Зәһәр йылан ағыуына әйләнер,
15
Һоғонған байлығын кире ҡоҫор; Ҡарынындағыларҙы кире сығартыр Алла.
16
Зәһәр йыландың ағыуын имер, Ҡара йыландың тешенән үлер.
17
Күрә алмаҫ ул ағын һыуҙарҙы, Бал менән май аҡҡан йылғаларҙы.
18
Йонсоп тапҡан малын ашай алмаҫ, таратыр, Тапҡаны шатлыҡ килтермәҫ.
19
Сөнки ул ярлыларҙы иҙҙе, ситкә тибәрҙе, Үҙе төҙөмәгән йорттарҙы талап алды.
20
Уның ҡарыны туя белмәне, Нәфсеһенең сиге булманы.
21
Ашай башлаһа, артынан тәғәм ризыҡ ҡалмай, Шуға күрә байлығы оҙаҡҡа бармай.
22
Муллыҡҡа кинәнеп йәшәгәндә, Бәлә килеп йыға һуғыр, Ҡайғы-хәсрәт өҫтөнә бер юлы ябырылыр.
23
Ҡарынымды тултырҙым тигәндә, Алла уға утлы нәфрәтен ебәрер, Өҫтөнә ғазап яуҙырыр.
24
Тимер ҡоралдан ҡасып ҡотолһа, Баҡыр йәйә уны ҡыуып етер.
25
Уҡ тәнен үтәнән-үтә тишеп сығыр, Уҡ башағы үт ҡыуығын аша сығыр. Бына шунда уны дәһшәт солғап алыр.
26
Хазиналарын ҡараңғылыҡ һағалап ятыр, Һис кем яҡмаған ут ялмап йотор, Сатырында тороп ҡалғанын да аяп тормаҫ.
27
Енәйәттәрен күк фашлар; Ер уға ҡаршы ҡалҡыр.
28
Алланың асыу көнөндә Йортоноң барлыҡ мөлкәтен Ташҡын йыуып алып китер.
29
Был – залим әҙәмгә Алланан өлөш, Алланың уға тәғәйенләгән насибы ошо».
← Chapter 19
Chapter 21 →