bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Job 11
Job 11
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Нағаманан килгән Софар былай яуапланы:
2
«Был тиклем һүҙ яуапһыҙ ҡалһынмы? Күп һөйләгән хаҡлы һаналһынмы?
3
Һин хәбәр һат – башҡалар өнһөҙ торһонмо? Һин мыҫҡыллағанда – урыныңа ултыртыусы табылмаҫ тиһеңме?
4
Аллаға: „Инанысым дөрөҫ, Һинең күҙеңдә мин пакмын“, – тиһең.
5
Әммә әгәр Алла ауыҙ асып, Һиңә яуап бирергә теләһә,
6
Ул аҡылдың серҙәрен аңлатыр, Уның күп яҡлылығын күрһәтер ине. Белеп тор, Алла ғәйептәреңдең Ҡайһы береһен онотто әле.
7
Алланың йәшергәндәрен таба алырһыңмы? Сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең Сиктәренә олғаша белерһеңме?
8
Ул күктән юғарыраҡ – һин нимә эшләй алырһың? Үлеләр донъяһынан да тәрән – һин нимә белә алырһың?
9
Уның үлсәмдәре ер йөҙөнән оҙонораҡ, Диңгеҙҙәрҙән киңерәк.
10
Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа, Кем Уны туҡтата алыр?
11
Ул алдаҡсыларҙы таный: Яуызлыҡты күрә тороп күҙ йомормо?
12
Ахмаҡҡа аҡыл ингәнсе, Ҡырағай ишәк кешегә әйләнер.
13
Әгәр ҙә йөрәгеңде Аллаға бағышлаһаң, Ҡулдарыңды Уға табан һонһаң,
14
Ҡылған гонаһтарыңдан ваз кисһәң, Сатырыңды яуызлыҡ төйәк итмәһә,
15
Шул сағында йөҙөңдө оялмай күтәрә алырһың, Ҡурҡыу белмәй, аяғыңда ныҡ баҫып торорһоң.
16
Шул ваҡытта хәсрәтеңде оноторһоң, Ағып киткән һыу һымаҡ ҡына иҫләрһең.
17
Тормошоң көн үҙәгенән дә сағыуыраҡ булыр, Ҡараңғылығы таң нуры һымаҡ балҡып торор.
18
Тыныс булырһың, сөнки һинең өмөтөң бар, Яҡ-яғыңды байҡап, рәхәтләнеп ятырһың.
19
Йәйрәп ятырһың, бер кемдән ҡурҡмай, Күптәр һиңә ярарға тырышыр.
20
Ә яуыздарҙың күҙҙәре томаланыр, Ҡасып ҡотолор ерҙәре булмаҫ. Аҡтыҡ өмөттәре – һуңғы тапҡыр һулыш алыу булыр».
← Chapter 10
Chapter 12 →