bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Jeremiah 47
Jeremiah 47
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Фирғәүен Газа ҡалаһына һөжүм итер алдынан Йермеяһ пәйғәмбәргә пелештиҙәр тураһында Раббы һүҙе булды.
2
«Раббы былай ти: „Бына, төньяҡтан һыуҙар урғылып килә, Ул, ташҡан йылға һымаҡ, Ерҙе, уның өҫтөндәге бар нәмәне, Ҡаланы һәм уның халҡын баҫыр. Кешеләр иңрәп ҡысҡырыр, Илдә йәшәүселәр үкереп илар.
3
Айғырҙарҙың тояҡ тауышынан, Яу арбалары дөбөрҙәүенән, Тәгәрмәс таҡылдауынан ҡурҡып, Аталар ярҙам итергә балаларына боролоп баҡмаҫ: Сөнки ҡулдары хәлһеҙләнеп һәленер.
4
Пелештиҙәрҙең һәләкәт көнө килә, Тирға, Сидонға ярҙам итерлек Тере ҡалған һәр кем ҡырылыр. Раббы пелештиҙәрҙе, Кафтор утрауынан килгәндәрҙең иҫән ҡалғандарын юҡ итер.
5
Газа әсе хәсрәтенән сәсен ҡырыр, Ашҡылон өнһөҙ ҡалыр. Эй үҙәнлектә иҫән ҡалғандар, Ҡасанға саҡлы тәнегеҙҙе йәрәхәтләрһегеҙ?“»
6
Эй Раббы ҡылысы, Ҡасанға тиклем һин тынысланырһың? Ҡыныңа ҡабат инеп ят, Туҡта һин, тын!
7
Әммә нисек тынысланһын, Раббы Үҙе уға әмер биргән, Ашҡылонға, диңгеҙ ярына ебәргән.
← Chapter 46
Chapter 48 →