bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Jeremiah 35
Jeremiah 35
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлыҡ иткән көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:
2
– Рехав нәҫелдәренә бар ҙа улар менән һөйләш. Уларҙы Раббы йортондағы бүлмәләрҙең береһенә алып кил дә шарап ҡойоп бир.
3
Мин барып, Хаваззинъяһтан тыуған Йермеяһ улы Яазанъяһты, уның бөтә ағай-энеһен, бөтә улдарын – Рехав нәҫеленең барыһын да эйәртеп,
4
Алла бәндәһе Игдалъяһ улы Ханандың улдарының Раббы йортондағы бүлмәһенә алып килдем. Был бүлмә түрәләр бүлмәһе янында, тупһа һаҡсыһы Мағасеяһ Шаллум улы бүлмәһенең өҫтөндә урынлашҡайны.
5
Рехав нәҫеленең алдына шарап тулы көрәгә һәм туҫтаҡтар ҡуйҙым да: – Шарап эсегеҙ, – тинем.
6
Улар: – Беҙ шарап эсмәйбеҙ, – тип яуап ҡайтарҙылар. – Сөнки атайыбыҙ Йонадав Рехав улы беҙгә: «Бер ваҡытта ла үҙегеҙ ҙә шарап эсмәгеҙ, балаларығыҙ ҙа эсмәһен, – тип бойороҡ бирҙе. –
7
Йорттар төҙөмәгеҙ, иген икмәгеҙ, йөҙөм баҡсалары үҫтермәгеҙ, уларҙың береһе лә булмаһын! Ғүмерегеҙ буйы сатырҙарҙа йәшәгеҙ, шул ваҡытта әле һеҙ күсмә тормош менән йәшәгән ерҙәрҙә оҙаҡ ваҡыттар көн итерһегеҙ».
8
Атабыҙ Йонадав Рехав улының бойороҡ биреп әйткәндәрен һәр йәһәттән тыңлайбыҙ. Үҙебеҙ ҙә, ҡатындарыбыҙ ҙа, улдарыбыҙ ҙа, ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бер ваҡытта ла шарап эсмәйбеҙ.
9
Йәшәр өсөн йорттар төҙөмәйбеҙ. Йөҙөм баҡсаларыбыҙ, баҫыуҙарыбыҙ, сәсеүлектәребеҙ юҡ.
10
Сатырҙарҙа ғүмер итәбеҙ һәм, атайыбыҙ Йонадав нимә бойорһа, барыһын да эшләйбеҙ.
11
Ә был ергә Бабил батшаһы Навуходоносор килгәс: «Әйҙәгеҙ, халдейҙар һәм арамиҙар ғәскәренән Йәрүсәлимгә ҡасайыҡ», – тинек. Шуға күрә Йәрүсәлимдә йәшәйбеҙ.
12
Бынан һуң Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:
13
– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Бар, Йәһүҙә халҡына һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә ошоларҙы һөйлә: „Минең һүҙҙәремде тыңлап, һис бер һабаҡ алмаҫһығыҙмы? – тип белдерә Раббы. –
14
Рехав улы Йонадав үҙенең нәҫеленә шарап эсмәҫкә бойорҙо, бойороғо үтәлә. Улар ошо көнгә тиклем эсмәй, сөнки аталарының ҡушҡанын тота. Ә Мин һеҙгә ҡабат-ҡабат әйткән булһам да, һеҙ Мине тыңламанығыҙ.
15
Ҡайта-ҡайта һеҙгә ҡолдарым пәйғәмбәрҙәрҙе ебәрҙем. ‘Яман юлығыҙҙан кире ҡайтығыҙ, ғәмәлдәрегеҙҙе яҡшыртығыҙ, башҡа илаһтар артынан эйәрмәгеҙ, уларға хеҙмәт итмәгеҙ. Шул ваҡытта Мин ата-бабаларығыҙға һәм һеҙгә биргән ерҙә йәшәрһегеҙ’, – тинем. Әммә һеҙ ҡолаҡ һалманығыҙ, Мине тыңламанығыҙ.
16
Рехав улы Йонадавтың нәҫеле аталарының бойороғон тота, ә был халыҡ Мине тыңламай.
17
Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».
18
Рехав нәҫеленә иһә Йермеяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы әйтә: «Һеҙ атағыҙ Йонадавтың бойороғон тоттоғоҙ, уның бөтә нәсихәттәрен ғәмәлгә ашырҙығыҙ, ул ҡушҡандарҙың барыһын да үтәнегеҙ.
19
Шуға күрә Рехав улы Йонадав нәҫеленән һәр саҡ кемдер Минең хозурымда хеҙмәт итәсәк», – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы.
← Chapter 34
Chapter 36 →