bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 52
Isaiah 52
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Уян, Сион, уян, ҡөҙрәтеңә таян! Эй мөҡәддәс ҡала Йәрүсәлим, Гүзәл кейемдәреңде кей! Сөннәтһеҙҙәр һәм пак булмағандар Башҡаса һиңә инә алмаҫтар.
2
Өҫ-башыңдағы саңды ҡаҡ, Тороп баҫ, әсирә Йәрүсәлим! Муйыныңдағы сынйырҙы алып ташла, Эй әсирә Сион-ҡыҙ!
3
Раббы былай ти: «Һеҙ бушҡа һатылғайнығыҙ, Аҡсаһыҙ йолоп алынырһығыҙ!»
4
Раббы Хаким былай ти: «Башта халҡым Мысырға барғайны. Унда килмешәк булып йәшәне. Унан ашшурҙар уларҙы бер ғәйепһеҙгә иҙҙе.
5
Инде хәҙер Миңә ни эшләргә? – тип белдерә Раббы, – Халҡым нахаҡҡа алып кителде, Уның хакимдары илай, – тип белдерә Раббы. – Һәр саҡ, көндәр буйы исемем мыҫҡыл ителә.
6
Әммә халҡым исемемде таныясаҡ, Көнө еткәс: „Бына – Мин!“ – тигән Зат булыуымды аңлаясаҡ».
7
Тауҙар артылып хәбәр килтереүсенең Аяҡтары ниндәй күркәм! Ул тыныслыҡ тураһында һөйөнсө, Ҡотолоу хаҡында хәбәр алып килә. Сион халҡына: «Аллағыҙ батшалыҡ итә», – тип белдерә.
8
Тыңла: Һаҡсыларыңдың тауышы ишетелә, Бөтәһе бергә ҡыуанып ҡысҡырыша. Сөнки Раббының Сионға кире ҡайтҡанын Үҙ күҙҙәре менән күреп тора.
9
Эй Йәрүсәлим харабалары, Һөйөнөгөҙ, бергәләшеп йырлағыҙ, Сөнки Раббы Үҙенең халҡын йыуатты, Йәрүсәлимде йолоп алды.
10
Раббы бөтә ҡәүемдәрҙең күҙ алдында Мөҡәддәс ҡулының ҡөҙрәтен күрһәтте; Донъяның һәр бер тарафы Аллабыҙҙың ҡотҡарыуын күрер.
11
Китегеҙ, унан сығып китегеҙ! Нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ. Раббының һауытын алып барыусылар Ул урындан сығығыҙ, пакланығыҙ!
12
Әммә һеҙ ашыҡмай ғына сығырһығыҙ, Ҡасып-боҫоп китмәҫһегеҙ; Сөнки Раббы алдығыҙҙан барыр. Исраил Аллаһы артығыҙҙан да һаҡлап килер.
13
«Бына Минең ҡолом уңыш ҡаҙаныр, Ул ҡалҡыр, күтәрелер, бөйөк булыр.
14
Күптәр, уны күреп, шаҡ ҡатҡан ине, Ҡиәфәте, сырайы шундай боҙолған, Кешегә һис оҡшашлығы ҡалмағайны.
15
Ләкин ул күп халыҡтарҙы хайран ҡалдырасаҡ. Уның алдында батшалар ауыҙ йомасаҡ. Улар үҙҙәренә бер кем дә һөйләмәгәнде күрәсәк, Ишетмәгән нәмәләрҙе аңлаясаҡ».
← Chapter 51
Chapter 53 →