bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 46
Isaiah 46
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Илаһ Бел теҙ сүкте, илаһ Нево эйелде. Уларҙың һындары үгеҙҙәргә, Йөк ташыусы хайуандарға тейәлде; Был әйберҙәрегеҙҙе элек үҙегеҙ күтәрһәгеҙ, Бөгөн улар арыған малдарға йөк булды.
2
Барыһы бергә буйһондо, теҙ сүкте, Улар инде йөктө ҡотҡара алманы, Үҙҙәре иһә әсирлеккә төштө.
3
«Ҡолаҡ һал Миңә, эй Яҡуп нәҫеле, Исраил халҡының иҫән ҡалғандары! Әсә ҡарынында сағығыҙҙан һеҙҙе ҡурсаланым, Тыуғанығыҙҙан бирле күтәреп йөрөттөм.
4
Һеҙ ҡартайғансы Мин шул булырмын, Сәсегеҙ ағарғансы йөкмәп йөрөрмөн. Үҙем яраттым, Үҙем күтәрәм, Үҙем һине күтәрәм, Үҙем ҡотҡарам.
5
Мине кемгә оҡшатырһығыҙ? Кем менән сағыштырырһығыҙ? Оҡшашлыҡ табып, кемгә тиңләрһегеҙ һуң?
6
Янсыҡтан алтын алалар, Бизмәндә көмөш үлсәтеп, көмөшсө яллайҙар, Илаһ ҡойҙоралар. Шунан, алдына ҡапланып, табыналар.
7
Уны яурындарында күтәреп йөрөтәләр, Урынына илтеп ҡуялар. Ул шунда ҡуҙғалмай баҫып тора. Ялыналар – ул яуап ҡайтармай, Бер бәләнән дә ҡотҡармай.
8
Эй фетнәселәр, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, Күңелдә йөрөтөгөҙ, башығыҙҙан сығармағыҙ!
9
Әүәлдән, борон-борондан булғандарҙы иҫкә төшөрөгөҙ, Алла – Мин һәм башҡаһы юҡ, Мин Алла, Минең һымаҡ юҡ.
10
Баштан уҡ ахырҙа ниҙәр булырын һөйләп киләм; Борон замандарҙан алып Ни булырын алдан белдерәм: „Ниәтемде ғәмәл итәм, Нимә теләйем – бойомға ашырам“, – тип әйтеүсе Мин.
11
Көнсығыштан йыртҡыс ҡошто, Алыҫ илдән ниәтемде тормошҡа ашырыусыны саҡырҙым. Мин әйттемме – һүҙемде мотлаҡ еренә еткерәм, Ниәтләнемме – ғәмәлгә ашырам!
12
Күңелдәре ҡаты, тоғролоҡтан алыҫ торғандар, Тыңлағыҙ Мине!
13
Бына Мин хаҡлыҡ алып киләм, ул инде алыҫ түгел, Минең ҡотҡарыуым оҙаҡламаҫ. Сионға – ҡотолоу, Исраилға шөһрәтемде бүләк итәм».
← Chapter 45
Chapter 47 →