bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 39
Isaiah 39
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Шул осорҙа Бабил батшаһы Баладан улы Меродах-Баладан Хизкияһҡа хат менән бүләктәр ебәрҙе, сөнки уның ауырығаны һәм һауыҡҡаны тураһында ишеткәйне.
2
Быларға бик һөйөнгән Хизкияһ илселәргә хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.
3
Ишағыяһ пәйғәмбәр Хизкияһ батшаға килеп: – Был кешеләр һиңә нимә тип әйтте, ҡайҙан килгәйнеләр? – тип һораны. – Улар миңә алыҫ бер илдән, Бабилдан килделәр, – тип яуап бирҙе уға Хизкияһ.
4
– Һарайыңда нимәләр күрҙеләр? – тип һораны Ишағыяһ. – Һарайымдағы бөтә нәмәне лә күрҙеләр. Хазиналарымдан уларға күрһәтмәгән бер нәмә лә ҡалманы, – тип яуапланы Хизкияһ.
5
Шунда Ишағыяһ былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһының әйткәненә ҡолаҡ һал.
6
Раббы былай ти: «Бер көн килеп, һарайыңдағы һәр нәмә, ата-бабаларың бөгөнгә тиклем йыйған барса әйбер Бабилға алып кителер. Бер нәмә лә ҡалмаҫ.
7
Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр – улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер».
8
Хизкияһ Ишағыяһҡа: – Раббының әле һинең аша тапшырған һүҙе яҡшы, – тине лә, эсенән: «Ғүмеремдең ахырына тиклем имен-аман була икән әле», – тип уйланы.
← Chapter 38
Chapter 40 →