bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 35
Isaiah 35
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Сүллек менән ҡоро тупраҡ һөйөнөр, Дала шатланыр, нәркәстәй сәскәләнер.
2
Һәр тирә-яҡ күкрәп сәскә атыр, Шатланып тантана итер. Уға Ливандың даны, Кармәл менән Шарондың күркәмлеге бирелер. Һәммәһе Раббының шөһрәтен, Аллабыҙҙың ғиззәтен күрер.
3
Хәлһеҙ ҡулдарға ҡеүәт бирегеҙ, Ҡалтыранған тубыҡтарҙы нығытығыҙ.
4
Ҡурҡаҡ йөрәклеләргә әйтегеҙ: «Ҡыйыу булығыҙ, ҡурҡмағыҙ! Бына һеҙҙең Аллағыҙ, Үс алыр, ҡон ҡайтарыр өсөн килә. Килер ҙә һеҙҙе ҡотҡарыр».
5
Ул саҡта һуҡырҙарҙың күҙҙәре, Һаңғырауҙарҙың ҡолаҡтары асылыр.
6
Аҡһаҡтар болан һымаҡ һикереп торор, Телһеҙ шатлыҡтан йырлап ебәрер, Сөнки сүлдә шишмәләр атылыр, Далала йылғалар аға башлар.
7
Ҡыҙған ҡом быуаға, Сарсаған тупраҡ шишмәгә әйләнер. Сүл бүреләре йәшәгән урындарҙы Ҡамыш менән күрән баҫыр.
8
Ул урындан оло бер юл үтер, Ул юл Мөҡәддәс юл тип аталыр. Нәжес әҙәм уға аяҡ баҫа алмаҫ, Раббы юлында йөрөүселәр өсөн генә булыр ул. Унан киткәндәрҙән һис кем, Хатта иҫәрҙәр аҙашмаҫ.
9
Ул ерҙә арыҫлан булмаҫ, Йыртҡыс хайуандар ул юлға сыҡмаҫ – Бында уларҙың һис береһе күренмәҫ, Бары тик ҡотҡарылғандар йөрөр.
10
Раббы йолоп алған кешеләр кире ҡайтыр, Ҡыуанышып, гөрләшеп, Сионға килер. Баштары осонда шатлыҡ тажы мәңге балҡыр, Уларҙы шатлыҡ-ҡыуаныс сорнап алыр, Ҡайғы-хәсрәт менән аһ-зар ташлап ҡасыр.
← Chapter 34
Chapter 36 →