bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Isaiah 15
Isaiah 15
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Моав тураһында әүлиәлек. Моавтың Ғар ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды; Моавтың Ҡир ҡалаһы бер төндә тар-мар ителде, юҡ булды.
2
Шуға күрә Дивон илар өсөн табыныу йортона, Табыныу ҡалҡыулыҡтарына сыҡты. Моав халҡы Нево һәм Медева өсөн үкһей. Һәр береһенең сәсе алынған, Һәммәһенең һаҡалы ҡырылған.
3
Ҡыл туҡымаға уранып урамдарҙа, Өй баштарында һәм майҙандарҙа һәр кем һыҡтай, Күҙ йәштәре йылға һымаҡ аға.
4
Иңрәй Хешбон һәм Әлғәле, Үкһеүҙәре Яһасҡаса ишетелә. Шуға ла Моав яугирҙәре илаша, Күңелдәрен ҡурҡыу солғап алған.
5
Йөрәгем һыҙлана Моав өсөн! Моав кешеләре Соғарға, Ғәғләҫ-Шелишияһҡа ҡастылар. Илай-илай Лухиҫҡа ҡалҡалар, Үҙҙәренә ябырылған һәләкәттән Хоронаим юлында сеңләйҙәр.
6
Сөнки Нимрим һыуҙары ҡороған, Кипкән болон, көйгән үлән, Һис бер йәшеллек ҡалмаған.
7
Шуға күрә халыҡ ҡалдыҡ-боҫтоҡ әйберҙәрен Талдар үҙәненең аръяғына ташый.
8
Һыҡтауҙары бөтә Моав илендә яңғырай; Илаған тауыштар Әглаимға, Беер-Әлимгә олғашты.
9
«Бына Димон һыуы ҡанға тулды, Әммә әле Мин Димонға яңы ҡаза әҙерләнем, – ти Раббы. – Моавтан ҡасып китеп ҡотолған, Илдә иҫән ҡалғандар өҫтөнә Арыҫлан һөстөрәсәкмен!»
← Chapter 14
Chapter 16 →