bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Hosea 8
Hosea 8
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Борғо ҡысҡыртырға әҙерлән! Раббының йорто өҫтөндә Гүйә бөркөт өйөрөлә – Сөнки исраилдар Минең менән килешеүҙе боҙҙо, Минең ҡануныма ҡаршы сыҡты.
2
„Эй Аллам! Беҙ, Исраил, Һине таныйбыҙ!“ – тип Миңә ялбарырҙар.
3
Исраил яҡшылыҡты инҡар итте – Дошман эҙәрләр уны.
4
Ризалығымдан башҡа үҙҙәренә батша ҡуйҙылар, Миңә әйтмәй башлыҡ һайланылар. Үҙ баштарына һәләкәт юллап, Алтын-көмөштәренән боттар ҡойҙолар.
5
Эй Самария, башмаҡ һының инҡар ителде! Асыу-ярһыуым уларға ҡаршы ялҡынланды – Улар бер саҡ таҙарына алырҙармы?
6
Был бот – Исраилдың эше, Уны һөнәрсе яһаған, Ул – Алла түгел! Самарияның башмағы селпәрәмә ватылыр!
7
Кем ел сәсә, шул ғәрәсәт урыр. Башаҡта ашлыҡ булмаһа, он да булмаҫ, Булһа ла уны яттар ашап бөтәсәк.
8
Исраилды йоттолар! Ул хәҙер ҡәүемдәр араһында Бер файҙаһыҙ һауыт һымаҡ ҡалды.
9
Башы һуҡҡан яҡҡа барған ҡырағай ишәк шикелле Ул Ашшур тарафына йүнәлде. Әфраим үҙенә уйнаштарҙы аҡса биреп һатып алды.
10
Сит ҡәүемдәргә аҡса-бүләктәр бирһә лә, Мин хәҙер Үҙ халҡымды хөкөм өсөн йыйып алам. Күп тә үтмәҫ, яһаҡтың ауырлығынан Батша ла, түрәләр ҙә ҡалтырап төшөр.
11
Әфраим гонаһ ҡорбаны килтерер өсөн Бихисап ҡорбан усаҡтары эшләне. Тик был ҡорбан усаҡтары уны гонаһҡа батырҙы.
12
Мин уға бик күп ҡанундарымды яҙҙым, Ул иһә ят нәмә һымаҡ ҡабул итте.
13
Бүләк итеп Миңә ҡорбан килтерәләр, Ҡорбан итен ашайҙар. Раббы уларҙы хуш күрмәй. Инде уларҙың яман ҡылыҡтарын иҫкә төшөрөр, Гонаһтарына күрә язалар, Улар йәнә Мысырға әйләнеп ҡайтыр.
14
Бар ҡылыусыһын онотто Исраил, Һарай өҫтөнә һарай төҙөнө. Йәһүҙә лә ҡәлғәле күп ҡалалар һалды. Ләкин Мин уның ҡалаларына ут ебәрәм, Ҡәлғәләрен ялҡынға ем итәм».
← Chapter 7
Chapter 9 →