bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Hosea 10
Hosea 10
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы, Емештәре лә бихисап уның: Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе; Тупрағы бәрәкәтле булғас, Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.
2
Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде – Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар: Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар, Табыныу бағаналарын емерер.
3
Инде улар: «Беҙҙең өҫтән батша юҡ, Раббынан беҙ ҡурҡмайбыҙ, Батша булһа ла, ҡулынан ни килер ине?» – тиҙәр.
4
Уларҙың һүҙҙәре ялған, Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр, Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише, Хөкөм шытымы үҫеп сығыр.
5
Самария кешеләре Бейт-Ауендағы башмаҡ бото өсөн борсолоп-ҡурҡып торор, Уның өсөн халыҡ йәш түгер; Боттоң алыҫлашҡан данын уйлап, Боттарға табынған ҡаһиндар ҙа ошо хаҡта һыҡтар.
6
Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр, Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр. Әфраим хурлыҡ кисерер, Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр.
7
Самария менән уның батшаһы Һыу өҫтөндәге тапсыҡтай ағып китер.
8
Исраилдың гонаһына сәбәп булған Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер. Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр. Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!», Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр.
9
«Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең! Һаман шулай булып ҡалдың, Гивғалағы һуғыш Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни?
10
Ә хәҙер уларҙы Үҙем теләгәнсә язалайым: Халыҡтар уларға ҡаршы берләшер, Ике енәйәттәре өсөн Уларҙың аяҡ-ҡулы бәйләнер.
11
Әфраим – өйрәтелгән, Ашлыҡ һуғырға әүәҫ башмаҡҡа оҡшаш. Мин уның зифа муйынына ҡалып кейҙерҙем. Йәһүҙә ер һөрөр, Яҡуп тырматыр.
12
Хаҡлыҡ хаҡына сәсегеҙ, мөхәббәт урырһығыҙ. Сиҙәм ерҙе күтәрегеҙ, Сөнки Раббыны эҙләргә ваҡыт: Ул килер ҙә һеҙҙең өҫкә Ямғыр итеп хаҡлыҡ яуҙырыр.
13
Тик һеҙ яманлыҡ иктегеҙ, Хәҙер золом ураһығыҙ; Ялғандың емешен ашанығыҙ – Сөнки үҙ ниәтегеҙгә, Бихисап яугирҙәрегеҙгә алдандығыҙ.
14
Халҡың араһында буталыш башланыр, Нисек Шалман яу көнөндә Бейт-Арвелде емергән; Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған, Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.
15
Эй Бейт-Ил, саманан тыш яуызлығың арҡаһында Һине бына ниндәй хәлдәр көтә: Таң һарыһында Исраил батшаһы юҡҡа сығасаҡ!»
← Chapter 9
Chapter 11 →