bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Hosea 1
Hosea 1
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды.
2
Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы. Раббы Һошеяғҡа былай тине: – Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.
3
Һошеяғ Дивлаимдың ҡыҙы Гомерҙы ҡатынлыҡҡа алды. Ҡатын ауырға ҡалып, уға бер ир бала табып бирҙе.
4
Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям.
5
Ул көндө Мин Изреғил үҙәнендә Исраилдың йәйәһен һындырам, – тине.
6
Гомер, тағы ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Рухама тип исем ҡуш, сөнки бынан ары Исраил халҡына Минән мәрхәмәт юҡ, уларҙы ярлыҡамайым.
7
Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.
8
Ло-Рухаманы имсәк ташлатҡандан һуң, Гомер йәнә ауырға ҡалып, ир бала тапты.
9
Был юлы Раббы Һошеяғҡа: – Балаға Ло-Ғамми тип исем ҡуш, сөнки һеҙ Минең халҡым түгел, Мин дә һеҙҙең Аллағыҙ түгелмен, – тине.
10
Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр.
11
Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр!
Chapter 2 →