bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Hebrews 8
Hebrews 8
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙә иң мөһиме шул: күктәрҙә Мөһабәт Алланың тәхетенең уң яғына ултырған Баш Ҡаһиныбыҙ бар.
2
Ул Изге йортта – кеше ҡулы менән түгел, ә Раббы Үҙе ҡорған ысын ғибәҙәт ҡылыу сатырында хеҙмәт итә.
3
Һәр баш ҡаһин бүләк һәм ҡорбан килтереү өсөн билдәләнә. Шуға күрә беҙҙең Баш Ҡаһиныбыҙҙың да ҡорбан килтереү өсөн нимәһелер булырға тейеш ине.
4
Әгәр ерҙә булһа, Ул ҡаһин булмаҫ ине, сөнки ҡанун буйынса ҡорбан килтереүселәр бында бар инде.
5
Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.
6
Ғайса аралашсы булған килешеү тәүгеһенә ҡарағанда ни тиклем яҡшыраҡ булған кеүек, Уға тапшырылған хеҙмәт ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәтенән шул тиклем юғарыраҡ. Сөнки яңы килешеү яҡшыраҡ вәғәҙәләргә нигеҙләнгән.
7
Әгәр беренсе килешеүҙең етешһеҙлектәре булмаһа, икенсеһен төҙөүгә ихтыяж тыумаҫ ине.
8
Әммә Алла Үҙенең халҡын ғәйепләп, былай тип әйтә: «Бына, шундай көндәр килә, – ти Раббы, – Мин Исраил һәм Йәһүҙә халҡы менән Яңы килешеү төҙөрмөн.
9
Был килешеү Мин уларҙың ата-бабаларын Мысырҙан етәкләп алып сыҡҡанда төҙөгән килешеү кеүек булмаҫ. Улар Минең килешеүемә тоғролоҡ һаҡламаны һәм Мин уларҙан ситләштем, – ти Раббы. –
10
Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.
11
Бер кем дә икенсе берәүҙе йәки туғанын: „Раббыны танып бел!“ – тип өйрәтмәҫ. Олоһонан алып кесеһенә тиклем барыһы ла Мине танып белер.
12
Енәйәттәрен ғәфү итермен, гонаһтарын башҡаса иҫемә төшөрмәм».
13
Был килешеүҙе «яңы» тип атап, Ул беренсе килешеүҙең иҫкереүен күрһәтте, ә иҫкергән һәм мәғәнәһе кәрәге бөтә барған нәмә оҙаҡҡа бармай юҡҡа сыға.
← Chapter 7
Chapter 9 →