bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Hebrews 4
Hebrews 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Алланың тыныс-имен урынына инә алыуыбыҙ тураһындағы вәғәҙәһе үҙ көсөндә ҡала әле, шуға ла берегеҙ ҙә ошо мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаһын өсөн, иғтибарлы булайыҡ.
2
Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә уларға Хәбәрҙең файҙаһы теймәне, сөнки улар Хәбәрҙе тыңлаған кешеләр кеүек уны ышанып ҡабул итмәне.
3
Беҙ иһә ышанғанға күрә Алланың тыныс-имен урынына инәбеҙ. Алла бит: «Шуның өсөн Мин нәфрәтләнеп: „Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, – тип ант иттем», – тигән. Эштәре донъя барлыҡҡа килгән мәлдән тамамланған булһа ла, шулай тине Алла.
4
Изге Яҙманың бер урынында етенсе көн тураһында былай тип әйтелгән: «Етенсе көндә Алла Үҙенең барлыҡ эштәренән ял итте».
5
Үрҙә ошоға бәйле: «Улар бер ҡасан да Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк», – тип әйтелгән.
6
Һөйөнөслө Хәбәрҙе элегерәк ишеткән кешеләр, буйһонмауҙары арҡаһында, Алланың тыныс-имен урынына инә алманы. Әммә ҡайһы берәүҙәр унда инә аласаҡ, шуға күрә,
7
Алла тағы бер көндө – «бөгөн»гө көндө билдәләне. Байтаҡ ваҡыт үткәс, Ул үрҙә күрһәтелгән һүҙҙәрҙе Дауыт аша белдерҙе: «Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын».
8
Йушағ уларҙы тыныс-имен урынға килтергән булһа, Алла бынан һуң тыуыр ниндәйҙер башҡа көн тураһында әйтмәҫ ине.
9
Шуға күрә Алла халҡы өсөн шәмбе көнөнә оҡшаш ял көтөлә әле.
10
Алланың тыныс-имен урынына ингән кеше, Үҙенең эштәренән ял иткән Алла кеүек үк, ял итәсәк.
11
Шулай икән, Уның тыныс-имен урынына инергә бөтә тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ. Буйһонмағандарҙың өлгөһөнә эйәреп, береһе лә ситтә тороп ҡалмаһын.
12
Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле. Ул ике яғы ла үткер әллә ниндәй ҡылыстарҙан да үткерерәк. Ул беҙҙең эсебеҙгә шул тиклем тәрән үтеп инә, хатта йәнде – рухтан, быуындарҙы һөйәк елегенән айыра. Ул күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә.
13
Яратылған бер генә йән эйәһе лә Алла күҙенән йәшеренә алмай. Уның өсөн бөтә нәмә асыҡ һәм нисек бар, шулай күренә. Шуға ла беҙ Уның алдында яуап тоторға тейешбеҙ.
14
Беҙҙең күктәрҙән юғары күтәрелгән бөйөк Баш Ҡаһиныбыҙ – Алла Улы Ғайса булғанлыҡтан, әйҙәгеҙ иманыбыҙҙа ныҡ торайыҡ.
15
Баш Ҡаһиныбыҙ етешмәгән яҡтарыбыҙҙы аңламаған, беҙгә теләктәшлек итә белмәгән Зат түгел. Ул беҙҙең кеүек үк бөтә нәмәлә лә һыналды, тик гонаһ ҡылманы бит.
16
Шулай итеп, ярҙам кәрәк булғанда рәхим-шәфҡәт һәм мәрхәмәт табыу өсөн, Алланың мәрхәмәт тәхете янына ҡыйыу барайыҡ.
← Chapter 3
Chapter 5 →