bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Hebrews 2
Hebrews 2
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ.
2
Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды.
3
Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы.
4
Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.
5
Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит.
6
Әммә кемдер Изге Яҙманың ҡайһылыр бер урынында былай тип шаһитлыҡ иткән: «Әҙәм заты нимә инде? Ә Һин уның хаҡында уйлайһың! Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең?
7
Һин уны бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйҙың; шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең,
8
бар нәмәне аяҡтарының аҫтына һалып, уға буйһондорҙоң». Алла, бөтә нәмәне әҙәм балаһына буйһондороп, уға буйһондоролмаған бер нәмәне лә ҡалдырманы. Әммә әлегә беҙ бөтә нәмәнең дә уға буйһонғанын күрмәйбеҙ.
9
Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе.
10
Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине.
11
Кешеләрҙе изге иткән Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә – бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан оялмай. Ул:
12
«Исемеңде туғандарыма иғлан итермен, изге йыйында Һиңә дан йырлармын», – ти.
13
Һәм тағы: «Мин Аллаға ышаныс бағлайым», – ти. Һәм: «Бына Мин һәм Алла Миңә биргән балалар», – ти.
14
Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне.
16
Ул бит фәрештәләргә түгел, ә Ибраһим тоҡомона ярҙамға килде.
17
Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды.
18
Ғайса Үҙе лә, һынауҙарҙан үтеп ғазап сикте. Шуның өсөн Ул һынауҙан үткәндәргә ярҙам итә ала.
← Chapter 1
Chapter 3 →