bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Habakkuk 1
Habakkuk 1
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәргә күренмеш аша бирелгән әүлиәлек.
2
Ҡасанғаса, Раббы, ярҙам һорап ялбарырмын, Ә Һин ишетмәйһең; «Золом бар!» – тип Һиңә һөрәнләрмен, Ә Һин ҡотҡармайһың!
3
Ниңә мине яуызлыҡ күрергә мәжбүр итәһең, Үҙең залимлыҡҡа битарафһың? Ҡайҙа ғына ҡараһам да – талау, иҙеү, Ыҙғыш, дошманлыҡ сигенән ашҡан,
4
Шуға күрә ҡанун көсһөҙләнде, Ғәҙел хөкөм итеүсе юҡ, Ғәйепһеҙҙе енәйәтсе еңеп сыға, Сөнки хөкөм эше залимлашҡан.
5
«Ҡәүемдәргә ҡарағыҙ ҙа, күрегеҙ! Аптырап шаҡ ҡатырһығыҙ. Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам, Һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ.
6
Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.
7
Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар, Был ҡәүем – үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким.
8
Аттары уның ҡапландан етеҙ, Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ. Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә Табышына ташланған бөркөттәй.
9
Барыһының да уйында – золом, Көнсығыш еле һымаҡ еләләр, Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар.
10
Батшаларҙы мыҫҡыллайҙар, Хакимдарҙан әсе көләләр, Ҡәлғәләрҙе уйнап ҡына еңәләр – Уба ҡора ла ҡулға төшөрәләр.
11
Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа, Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар».
12
Йә Раббы, изге Аллам, Әүәл-әүәлдән бирле булған Һин түгелме ни? Беҙ үлмәйәсәкбеҙ! Йә Раббы, беҙҙе язалар өсөн Һин халдейҙарҙы һайланың! Ҡаям минең, хөкөмөңдө ғәмәлгә ашырыр өсөн Һин уларҙы көсләндерҙең!
13
Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел, Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин. Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың, Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?
14
Кешеләрҙе диңгеҙ балығына, Башлыҡтары булмаған һөйрәлеүсегә әйләндерҙең.
15
Халдейҙар уларҙы ҡармаҡҡа ҡаптыра, Ау һала, мурҙа ҡора, Шунан йәм таба, шатлана.
16
Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала, Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә, Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй, Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.
17
Ауҙарын бер туҡтауһыҙ бушатып, Ҡәүемдәрҙе аяуһыҙ ҡырыуын дауам итерме?
Chapter 2 →