bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ezekiel 2
Ezekiel 2
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ул миңә: – Эй әҙәм улы, аяғыңа баҫ, Мин һинең менән һөйләшәсәкмен! – тине.
2
Ул өндәшкән саҡта миңә рух иңде һәм аяғыма баҫтырҙы. Мин үҙем менән Һөйләшеүсене ишеттем.
3
Ул миңә: – Эй әҙәм улы, Мин һине Исраил халҡына, Миңә ҡаршы баш күтәргән фетнәсел халыҡҡа ебәрәм. Улар үҙҙәре лә, ата-бабалары ла ошо көнгә тиклем Миңә ҡаршы гонаһ ҡылып килә.
4
Мин һине ебәргән был халыҡ бик тиҫкәре һәм ҡаты бәғерле. Һин уларға: «Раббы Хаким былай тип әйтә!» – тиерһең.
5
Һине тыңларҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел нәҫел, әммә араларында пәйғәмбәр барлығын белеп торһондар.
6
Һин иһә, эй әҙәм улы, уларҙың үҙҙәренән дә, һүҙҙәренән дә ҡурҡма! Улар һинең өсөн сәнскәк булһалар ҙа, үҙеңде саяндар араһында йәшәгән кеүек тойһаң да, уларҙың әйткәндәренән ҡурҡма, йөҙҙәрен күреп ҡаушама, сөнки улар – фетнәсел нәҫел.
7
Тыңлайҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел – Минең әйткәндәремде еткер.
8
Һин иһә, эй әҙәм улы, Минең әйткәндәремде тыңла! Был фетнәсел нәҫел кеүек тиҫкәре булма. Ауыҙыңды ас, һиңә биргәнемде аша!
9
Ҡарағайным, үҙемә табан һуҙылған бер ҡул күрҙем. Унда төргәк китап бар ине.
10
Ул алдымда төргәкте тағатты, уның ике яғы ла яҙыулы ине. Унда илау, һыҡтау һәм иңрәү һүҙҙәре яҙылғайны.
← Chapter 1
Chapter 3 →