bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ezekiel 19
Ezekiel 19
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
– Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:
2
«Нимә ине һинең әсәң? Арыҫландар араһында бер инә арыҫлан! Ул йәш арыҫландар араһында ятыр, Балаларын үҫтерер ине.
3
Балаларының береһен ҙурайтҡайны, Ул йәш арыҫланға әйләнде, Ҡорбанын йыртҡысларға өйрәнде – Кешеләр ашаны.
4
Ҡәүемдәр уның хаҡында ишеттеләр; Арыҫланды үҙҙәре ҡаҙған соҡорға төшөрҙөләр. Моронона ырғаҡ ҡаҙап Уны Мысырға һөйрәкләнеләр.
5
Инә арыҫлан, уны көтөп, өмөтөн юйғас, Балаһының икенсеһен алды, Уны йәш арыҫлан итеп үҫтерҙе.
6
Был бала йәш арыҫландар араһында йөрөнө, Ул да йәш арыҫлан булды. Табышын йыртҡысларға өйрәнде – Кешеләр ашаны.
7
Уларҙың ҡәлғәләрен емерҙе, Ҡалаларын харабаға әйләндерҙе; Илдә йәшәгән барыһы Уның ырылдауынан ҡурҡыуға төштө.
8
Шул саҡ тирә-яҡ ерҙәрҙең кешеләре Уға ҡаршы күтәрелде. Өҫтөнә ау ташланы, Уны тоҙаҡтарына төшөрҙө.
9
Уны, ырғаҡ менән эләктереп, Ситлеккә ултырттылар, Бабил батшаһына килтерҙеләр; Тауышы Исраил тауҙарында Башҡаса ишетелмәһен тип, Уны бик аҫтында тоттолар.
10
Һинең әсәң һыу буйындағы баҡсала Үҫкән бер йөҙөм ағасы һымаҡ ине. Мул һыуҙарҙан тәлгәше суҡ булды, Емеше уңды.
11
Ботағы батшаға хакимлыҡ таяғы Яһарлыҡ кимәлдә көслө ине. Ҡуйы япраҡтары араһында Олоно болоттарға олғашты. Бейеклеге, суҡлығы менән айырылып торҙо.
12
Әммә уны, асыу менән Йолҡоп сығарып, ергә аттылар. Шәреҡ еле уны ҡоротто, Емештәре йолҡоп алынды, Көслө ботаҡтары һулыны, Уларҙы ут ялманы.
13
Инде сүлгә, Һыуһыҙ ҡоро ергә күсерелде.
14
Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ.
← Chapter 18
Chapter 20 →