bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ezekiel 15
Ezekiel 15
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Миңә Раббы һүҙе булды:
2
– Эй әҙәм улы, йөҙөм ағасының олоно урмандағы башҡа ағастарҙың ботағынан ни яғы менән яҡшыраҡ?
3
Уны берәй нәмә яһар өсөн ҡулланалармы? Исмаһам, берәй әйберҙе элеп ҡуйыр өсөн ҡаҙаҡ яһарға эшкинерме?
4
Бына ул яндырыр өсөн утҡа ташланыр. Ут уның остарын яндырып, уртаһын көйҙөргәндән һуң ул берәй эшкә ярармы?
5
Бөтөн сағында бер нәмәгә лә эшкинмәгәнде, көйгән килеш ул берәй нәмәгә яраҡлымы?
6
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Урмандағы ағастар араһынан йөҙөм олонон утҡа ташлаған кеүек Йәрүсәлимдә йәшәүселәр менән дә шулай эшләйәсәкмен.
7
Мин уларға ҡаршы боролормон. Улар уттан ҡасып ҡотолһалар, ялҡынға барып юлығырҙар. Мин уларға ҡаршы сыҡҡас, Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ.
8
Халҡым Миңә хыянат иткән өсөн, Мин был илде бушлыҡҡа әйләндерермен», – тип белдерә Раббы Хаким.
← Chapter 14
Chapter 16 →