bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Exodus 11
Exodus 11
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы Мусаға: – Мин фирғәүенгә һәм Мысырға яңы ҡаза күндерәм. Бынан һуң ул һеҙҙе бынан ебәрер. Ебәреү генә түгел, ҡыуып сығарыр, – тине. –
2
Ә һин халыҡҡа әйт, ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа күршеләренән алтын-көмөш әйберҙәр һорап алһын.
3
Раббы мысырҙарҙың күңелендә Исраил халҡына ҡарата миһырбан тойғоһо уятты. Ә Мусаның үҙен Мысырҙа фирғәүендең ярандары ла, халҡы ла бөйөк ир-уҙаман тип һанай ине.
4
Муса фирғәүенгә: – Раббы былай ти: «Төн уртаһында Мысыр буйлап үтермен.
5
Был илдә тәхеттә ултырған фирғәүен улынан алып, тирмәндәге ҡолиәнең улына тиклем һәр мысырҙың баш ир балаһы вафат булыр. Хатта мал-тыуарҙың да тәүге түле үлер.
6
Бөтә Мысыр ерендә иңрәү торор. Ундай иңрәүҙең быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан ары ла булмаҫ.
7
Ә исраилдарға ла, уларҙың мал-тыуарына ла хатта бер эт тә өрмәҫ. Шул сағында Раббының исраилдар менән мысырҙарҙы нисек айырып ҡарағанын күрерһегеҙ», – тип белдерҙе.
8
– Шунан ошо ярандарың бөтәһе лә алдыма килеп эйелер, – тип тамамлап ҡуйҙы Муса. – «Үҙең дә, һин әйҙәгән халыҡ та тиҙерәк китһен», – тип ялбарыр. Ана шул сағында мин китермен. Муса фирғәүен янынан бик ныҡ асыуланып сығып китте.
9
Раббы Мусаға: «Фирғәүенде һеҙҙең һүҙҙәрегеҙгә ҡолаҡ һалмаҫлыҡ иттем. Мысыр ерендә тағы ла күберәк мөғжизәләр ҡылыр өсөн эшләнем Мин быны», – тине.
10
Муса менән Һарун бөтә был мөғжизәләрҙе фирғәүен алдында күрһәтте. Ләкин фирғәүен, Раббы уны тиҫкәреләндергәнгә күрә, һаман ҡарышты, Исраил халҡына Мысырҙан китергә рөхсәт итмәне.
← Chapter 10
Chapter 12 →