bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Esther 4
Esther 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Мордехай был хаҡта белгәс, өҫтөндәге кейемен йыртып ташланы ла, тупаҫ туҡымаға төрөнөп, башына көл һибеп, ҡысҡырып илай-илай ҡала урамдары буйлап китте.
2
Ул, батша һарайының ҡапҡаһы янына килеп еткәс, туҡтап ҡалды, сөнки тупаҫ туҡымаға төрөнгән килеш эскә инергә ярамай ине.
3
Батша фарманы һәм ҡарары ҡайһы өлкәгә генә килмәһен, бөтә ерҙә лә йәһүдтәр тәрән ҡайғыға төштө, ураҙа тотоп, әсе күҙ йәштәре түкте, күбеһе тупаҫ туҡымаға төрөнөп көлдә ятты.
4
Эстерҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙары һәм алашарҙары килеп, уға Мордехай хаҡында һөйләп бирҙе. Батшабикә бик хәүефләнеп, Мордехайға тупаҫ туҡыма урынына бүтән кейем ебәрҙе, ләкин Мордехай уны кейеүҙән баш тартты.
5
Шунан һуң Эстер, батша тарафынан үҙенә беркетелгән алашарҙарҙың береһе Һаҫахты саҡырып алып, Мордехай менән ни булғанын, уның ни өсөн шулай эшләгәнен белешергә ебәрҙе.
6
Һаҫах батша һарайының ҡапҡаһы алдындағы ҡала майҙанына Мордехай янына сыҡты.
7
Мордехай Һаҫахҡа үҙе менән ни булғанын һөйләп бирҙе һәм Һамандың йәһүдтәрҙе ҡырыу өсөн батша ҡаҙнаһына күпме көмөш вәғәҙә иткәнен әйтте.
8
Ул йәһүдтәрҙе ҡырыу тураһында Шушанда иғлан ителгән фармандың күсермәһен Һаҫахҡа бирҙе, уны Эстерға күрһәтергә һәм барыһын да төшөндөрөргә ҡушты: әйҙә Эстер батша янына инһен, халҡы өсөн ялбарып мәрхәмәтен һораһын.
9
Һаҫах әйләнеп килеп, Эстерға Мордехайҙың һүҙҙәрен тапшырҙы.
10
Эстер ҙа Һаҫах аша Мордехайға былай тип әйтергә ҡушты:
11
– Батшаның бар хеҙмәтселәре һәм батша өлкәләрендәге барлыҡ халыҡтар белә: әгәр ҙә берәй кеше, ирме ул, ҡатын-ҡыҙмы, саҡырылмайынса батша янына, эске ихатаға инһә, уны, ҡанунға ярашлы, үлем язаһы көтә. Бары тик батша уның яғына төбәп алтын таяғын һуҙһа ғына, теге кеше иҫән ҡала. Ә минең утыҙ көн инде батша янына саҡырылғаным юҡ.
12
Эстерҙың был һүҙҙәрен Мордехайға еткерҙеләр.
13
Мордехай Эстерға былай тип еткерергә ҡушты: – Унда, батша һарайында, йәһүдтәрҙән бер үҙем генә иҫән ҡалырмын, тип уйлама.
14
Шундай көндә өндәшмәй ҡалһаң, йәһүдтәргә ярҙам һәм ҡотолоу икенсе яҡтан килер, ә һин һәләк булырһың, һинең менән бергә ата йортоң ҡорор. Кем белә, бәлки, һин тап ошондай ваҡыт өсөн батшабикә булғанһыңдыр.
15
Быға яуап итеп Эстер Мордехайға:
16
– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.
17
Мордехай бынан китеп, бөтәһен дә Эстер ҡушҡанса эшләне.
← Chapter 3
Chapter 5 →