bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Ecclesiastes 11
Ecclesiastes 11
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Икмәгеңде һыуға ағыҙ, күп көндәрҙән һуң һин уны ҡабат табырһың.
2
Булғаныңды ете, хатта һигеҙ өлөшкә бүлеп тарат, сөнки илдә ниндәй бәлә булырын белмәҫһең.
3
Болот тулышҡас, ергә ямғыр яуҙыра; әгәр ағас көньяҡҡа йәки төньяҡҡа ауһа, ҡайҙа ауған, шул урында ҡала.
4
Ел баҫылғанын көткән кешенең ере сәселмәй ҡалыр, болоттарҙы күҙәткән әҙәм ашлығын йыя алмаҫ.
5
Елдең юлын һәм әсә ҡарынында бала тумалғанын белмәгән кеүек, бар нәмәне яратҡан Алла ғәмәлен дә белә алмаҫһың.
6
Орлоғоңдо иртән иртүк сәсә башла, кискә тиклем ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы уңышлы булырын белмәҫһең, бәлки икеһе лә уңышлы булыр.
7
Яҡтылыҡ – матур; ҡояшты күреү күҙҙәр өсөн ләззәтле.
8
Кеше, күпме генә йәшәмәһен, ғүмере буйына шатланып йәшәһен, әммә ҡараңғы көндәрен дә иҫенән сығармаһын, сөнки улар ҙа күп булыр һәм нимә буласаҡ, барыһы ла – фани.
9
Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.
10
Йөрәгеңдән ҡайғы-хәүефтәрҙе ҡыу; тәнеңдән сир-ғазапты алып ташла, сөнки йәшлек һәм ҡара сәстәр ел һымаҡ тиҙ үтеп китә.
← Chapter 10
Chapter 12 →