bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Deuteronomy 27
Deuteronomy 27
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Муса Исраил аҡһаҡалдары менән халыҡҡа былай тине: – Бөгөн мин һеҙгә белдергән бөтә бойороҡтарҙы теүәл үтәгеҙ.
2
Иордан йылғаһын кисеп, Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ҙур таштар торғоҙоп ҡуйығыҙ, уларҙы ағартығыҙ.
3
Аталарығыҙҙың Аллаһы Раббының һеҙгә бирергә вәғәҙә иткән илгә – һөт һәм бал ағып ятҡан ергә кергәндән һуң, был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен шул таштарға яҙығыҙ.
4
Был таштарҙы, бөгөн һеҙгә әмер иткәнемсә, Иорданды кисеп сыҡҡандан һуң Ғевал тауына торғоҙоп ҡуйығыҙ һәм ағартығыҙ.
5
Унда Аллағыҙ Раббыға ҡорбан усағы яһағыҙ. Уны таштан, тимер ҡорамалдар ҡулланмайынса, эшләгеҙ.
6
Аллағыҙ Раббының ҡорбан усағын шымартылмаған, бөтөн таштарҙан яһағыҙ һәм унда Аллағыҙ Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны килтерегеҙ.
7
Татыулыҡ ҡорбандарын да шунда килтерегеҙ, ҡорбан итен ашағыҙ һәм Аллағыҙ Раббы алдында күңел асығыҙ.
8
Таштарға был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен дә аңлайышлы итеп яҙығыҙ.
9
Шунан Муса һәм левиҙәрҙән булған ҡаһиндар бөтә Исраил халҡына: – Эй Исраил! Диҡҡәт менән тыңла! – тип өндәште. – Бөгөн һин Аллаң Раббының халҡы булдың.
10
Шулай итеп, Аллаң Раббының әйткәндәрен тыңла, Уның бөгөн мин һиңә белдергән бойороҡтарын һәм ҡағиҙәләрен үтә.
11
Был көндө Муса халыҡҡа былай тип бойорҙо:
12
– Иордан йылғаһы аша сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирер өсөн, бына был ырыуҙар Геризим тауында торорға тейеш: Шимғон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар, Йософ һәм Бинйәмин.
13
Ә былары ләғнәт әйтеү өсөн Ғевал тауында торорға тейеш: Рәүвән, Ғад, Ашер, Зевулун, Дан, Нафтали.
14
Левиҙәр бөтә Исраил халҡына оран һалып былай тиер:
15
«Раббыға ерәнгес булғанды – оҫталар ҡулының эшен – уйылған йәки ҡойолған боттарҙы яһатҡан һәм йәшереп тотҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
16
«Атаһы йәки әсәһен хөрмәтләмәгән, уға ҡаршы һүҙ әйткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
17
«Күршеһенең ыҙан ташын күсергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
18
«Һуҡырҙы юлдан аҙаштырған кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
19
«Килмешәкте, етемде, тол ҡатынды ялған хөкөм иткән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
20
«Атаһының ҡатыны менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын, сөнки ул атаһының оятын асты». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
21
«Берәй төрлө хайуан менән яҡынлыҡ ҡылған кешегә ләғнәт булһын». Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
22
«Үҙенең ҡыҙ туғаны, әсәһенең йәки атаһының ҡыҙы менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
23
«Ҡәйнәһе менән ятҡан кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
24
«Йәшерен рәүештә берәйһен үлтергән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
25
«Ғәйепһеҙ ҡанды түгер өсөн аҡса алған кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
26
«Был ҡанунда әйтелгәндәрҙе хупламаған һәм үтәмәгән кешегә ләғнәт булһын!» Бөтөн халыҡ: «Амин!» – тип яуап бирһен.
← Chapter 26
Chapter 28 →