bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Amos 7
Amos 7
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Раббы Хаким миңә шундай күренмеш иңдерҙе: бына батша өлөшөнә төшкән иген йыйылып, баҫыуҙар ҡабат йәшелләнә башлағас, Ул саранча тубы хасил итте.
2
Саранча ерҙәге бар үләнде, сәсеүлектәрҙе ашап бөттө, һәм мин: – Эй Раббы Хаким, ярлыҡаһаңсы. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.
3
Шунан Раббы кире уйланы: – Был хәл булмаясаҡ, – тине.
4
Раббы Хаким минең күҙ алдыма түбәндәге күренеште баҫтырҙы: бына Ул, халҡын хөкөм итмәк булып, ут саҡырҙы. Ут диңгеҙ һыуҙарын төбөнә тиклем ялмап йотто, ерҙең бер өлөшө лә янды.
5
Һәм мин: – Эй Раббы Хаким, туҡтаһаңсы, улайтма. Яҡуп нәҫеле нисек түҙер? Ул бик аҙ һанлы бит, – тинем.
6
Раббы Хаким кире уйланы: – Был булмаясаҡ, – тине.
7
Ул миңә тағы бер нәмә күрһәтте: бына Ул, бөйөк Хаким, текә диуар өҫтөндә тора, Уның ҡулында – ҡурғаш ауыртмаҡ.
8
Раббы минән: – Нимә күрәһең, Ғамос? – тип һораны. Мин: – Ҡурғаш ауыртмаҡ, – тип яуап бирҙем. Шунан бөйөк Хаким: – Бына Мин ауыртмаҡты халҡым Исраил араһына урынлаштырам. Башҡаса Мин уларҙы ғәфү итмәйәсәкмен, – тине. –
9
Исхаҡ нәҫеленең табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡҡа сығыр, Исраилдың мөҡәддәс урындары емерелер, Яровғам батша йортона ҡаршы ҡылыс күтәрермен.
10
Бейт-Ил ҡаһины Амасъяһ Исраил батшаһы Яровғамға: – Ғамос исраилдар араһында һиңә ҡаршы ҡотҡо тарата. Уның һөйләгән һүҙҙәрен ер күтәрерлек түгел, – тип әйтеп ебәрҙе. –
11
Сөнки Ғамос былай ти: «Яровғам ҡылыстан үләсәк, Исраил халҡы үҙ еренән һөргөнгә ебәреләсәк».
12
Бына һуң Амасъяһ Ғамосҡа: – Эй әүлиә, хәҙер үк бынан Йәһүҙәгә кит, унда пәйғәмбәрлек итеп, тамаҡ туйҙыр.
13
Инде Бейт-Илдә пәйғәмбәрлек итмә. Был батшаның изге урыны, батшалыҡтың ҡорамы! – тине.
14
Ғамос Амасъяһҡа: – Мин пәйғәмбәр ҙә, пәйғәмбәр нәҫеленән дә түгелмен. Мин мал ҡарайым һәм ҡырағай инжир ағастарын тәрбиәләйем.
15
Әммә Раббы, мине көтөүҙәремдән айырып: «Бар, Минең халҡым исраилдарға пәйғәмбәрлек ҡыл», – тип ҡушты.
16
Ә хәҙер Раббы һүҙенә ҡолаҡ һал! Һин миңә: «Исраилға ҡаршы пәйғәмбәрлек ҡылма, Исхаҡ нәҫеленә ҡаршы һөйләмә», – тип әйтәһең.
17
Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡатының ҡалала фәхишә булыр, Ул-ҡыҙҙарың ҡылыстан һуйылыр, Ереңде бүлгеләп алырҙар, Үҙең иһә хәрәм бер илдә үлерһең. Исраил халҡы үҙ тупрағынан Һөргөнгә ҡыуылыр, ҡыуылмай ҡалмаҫ».
← Chapter 6
Chapter 8 →