bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Amos 3
Amos 3
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.
2
«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым, Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»
3
Ике кеше үҙ-ара һөйләшмәйенсә Бергәләшеп юлға сығырмы?
4
Ҡорбаны булмаған арыҫлан Урманда үкерерме? Әгәр ҙә емтек алып ҡайтмаһа, Йәш арыҫлан ояһында ырылдармы?
5
Ылыҡтырырлыҡ ем һалынмаһа, Ерҙәге тоҙаҡҡа ҡош төшөрмө? Бер нәмә лә эләкмәһә, Тоҙаҡ ерҙән ҡуҙғалырмы?
6
Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?
7
Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.
8
Арыҫлан үкергәндә Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ? Раббы Хаким һөйләй башлаһа, Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?
9
Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ, Мысыр ерендәге нығытмаларҙа белдерегеҙ: «Самарияның тау баштарына артылығыҙ, Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ: Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»
10
«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. – Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән, Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».
11
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Дошман килеп илеңде ҡамар, Самария, Һине ҡеүәтеңдән яҙҙырып, Ҡәлғәләрегеҙҙе тотош талар».
12
Раббы былай ти: «Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр».
13
«Тыңлағыҙ һәм Яҡуп нәҫелен иҫкәртегеҙ, – ти Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, –
14
Исраилға енәйәте өсөн Хисап көнө еткән саҡта, Бейт-Илдәге ҡорбан усаҡтарын да юҡ итәм, Мөгөҙҙәрен ҡырҡып, ергә ырғытырҙар.
15
Ҡышҡы ла, йәйге лә һарайҙарҙы емерермен, Фил һөйәге менән биҙәлгән затлы йорттарҙы, Мөһабәт һарайҙарҙы харабаға әйләндерермен», – тип белдерә Раббы.
← Chapter 2
Chapter 4 →