bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
Acts 24
Acts 24
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Биш көндән, идарасы алдында Паулусҡа ҡаршы ғәйеп ташлау өсөн, иң баш ҡаһин Һананиас аҡһаҡалдар һәм хоҡуҡ белгесе Тертуллос исемле кеше менән бергә Ҡайсареяға килде.
2
Паулусты саҡыртып алғас, Тертуллос ғәйепләү һүҙҙәрен башланы:
3
– Мөхтәрәм Феликс! Һинең етәкселегең аҫтында оҙаҡ ваҡыт тыныслыҡта йәшәүебеҙҙе һәм һин ҡайғыртҡанға күрә был халыҡтың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүен һәр ваҡыт һәм һәр ерҙә күп рәхмәттәр менән таныйбыҙ, – тине ул. –
4
Һине оҙаҡ мәшәҡәтләмәҫ өсөн, беҙҙең ҡыҫҡа ғына үтенесебеҙҙе ихлас тыңлауыңды үтенәм.
5
Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.
6
Ул хатта Алла йортон нәжесләргә тырышты. Шуға күрә уны ҡулға алдыҡ. Унан һорау алған саҡта нимәлә ғәйепләүебеҙҙе үҙең дә белерһең, – тине Тертуллос.
9
Йәһүдтәр: – Эйе, шулай, – тип уның һүҙен раҫлап торҙо.
10
Идарасы, һөйләргә мөмкин тип, Паулусҡа ишара яһаны. – Һинең был халыҡ өҫтөнән күп йылдар хөкөмдар булыуыңды беләм, шуға күрә һинең алдыңда үҙемде яҡлап һүҙ әйтә алыуыма шатмын, – тине Паулус. –
11
Аллаға табыныу өсөн Йәрүсәлимгә килгәнемә ун ике көндән дә артыҡ түгеллеген еңел тикшерә алаһың.
12
Минең Алла йортонда берәйһе менән бәхәсләшкәнемде йәки ғибәҙәтханаларҙа йә ҡалала халыҡ араһында фетнә таратҡанымды уларҙың күргәне юҡ.
13
Үҙҙәре хәҙер миңә ташлаған ғәйептәрен дә иҫбат итә алмайҙар.
14
Әммә һинең алда шуны таныйым: улар Ғайсаның юлын ялған тәғлимәтле төркөм тип кенә әйтә, мин иһә Ғайсаның юлынан барып, аталарым Аллаһына хеҙмәт итәм, ҡанунға һәм пәйғәмбәрҙәр тарафынан яҙылғандарҙың бөтөнөһөнә ышанам.
15
Тәҡүә кешеләр ҙә, тәҡүә булмағандар ҙа үленән тереләсәк тип, улар кеүек үк мин дә Аллаға өмөт бағлайым.
16
Шуға күрә һәр ваҡыт Алла алдында һәм кешеләр ҡаршыһында саф выждан менән йәшәргә тырышам.
17
Бер нисә йылдан һуң, үҙ халҡыма хәйер-саҙаҡа биреү һәм Аллаға ҡорбан килтерер өсөн, Йәрүсәлимгә ҡайттым.
18
Алла йортонда таҙарыныу йолаһын үтеп, шул эштәрҙе башҡарған саҡта минең яныма халыҡ та йыйылмағайны, үҙем дә бер кемде лә борсоманым.
19
Әммә миңә Асия өлкәһенән бер нисә йәһүд килде. Ғәйепләрлек берәй сәбәптәре булһа, улар һинең ҡаршыңа барып баҫырға һәм мине ғәйепләргә тейеш ине.
20
Йәки, Юғары кәңәшмә алдында торған сағымда, миндә ниндәй яуызлыҡ табыуҙары хаҡында бындағы кешеләр үҙҙәре әйтһен.
21
Бәлки мин унда: «Бөгөн мин үленән терелеү мәсьәләһенә күрә алдығыҙҙа хөкөмдә торам», – тип ҡысҡырып әйткәнем өсөн ғәйеплемендер? – тине Паулус.
22
Раббының юлы хаҡында ярайһы уҡ яҡшы белгән Феликс: – Һеҙҙең эшегеҙ тураһында ғәскәриҙәр башлығы Лусиас килгәс ҡарар ҡылырмын, – тип тикшереү эшен кисектерҙе.
23
Ә йөҙ башына Паулусты һаҡ аҫтында тоторға, ләкин дуҫтарының уға хеҙмәт күрһәтеүенә ҡамасауламаҫҡа, тигән әмер бирҙе.
24
Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друсилла менән килде һәм Паулусты саҡыртып алды. Ул Паулустың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.
25
Паулус тәҡүә булыу, нәфсене тыйыу һәм буласаҡ хөкөм хаҡында һөйләгәндә, Феликс ҡурҡыуға төштө. – Хәҙергә етте, уңайы сыҡҡанда һине саҡырырмын, – тине ул.
26
Шул уҡ ваҡытта Паулус уға аҡса бирер тип өмөт итте. Шунлыҡтан уны йыш ҡына саҡыртып, уның менән әңгәмә ҡороп ултырҙы.
27
Әммә ике йылдан Феликс урынына Поркиос Фестус килде. Әммә Феликс, йәһүдтәргә ярарға тырышып, Паулусты тотҡонлоҡта ҡалдырҙы.
← Chapter 23
Chapter 25 →