bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
2 Samuel 4
2 Samuel 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Хевронда Авнерҙың үлтерелгәнен ишеткәс, Шаул улы Иш-Бошеҫтың күңеле төштө. Барлыҡ исраилдар ҙа хәүефкә ҡалды.
2
Шаул улы Иш-Бошеҫтың яугирҙәрҙе барымтаға йөрөткән Бағана һәм Рехав исемле ике кешеһе бар ине. Беероҫ ҡалаһынан булып, Бинйәмин ырыуынан Риммон тигән кешенең улдары ине улар. Беероҫ ҡалаһы Бинйәмин еренә инә.
3
Ҡасандыр Беероҫ халҡы Гиттаимға ҡасып киткән була һәм шунда ошо көнгә тиклем килмешәк хәлендә йәшәй.
4
Шаул улы Йонаҫандың бер аҡһаҡ улы бар ине. Изреғилдән Шаул менән Йонаҫандың үлеме тураһында хәбәр килгән көндө, бала ҡараусы ҡатын ошо биш йәшлек малайҙы алып ҡаса. Ашыға-ашыға йүгереп барғанда, ул ҡатын уны ҡулынан төшөрөп ебәрә лә бала аҡһаҡ булып ҡала. Мефи-Бошеҫ исемле була ул.
5
Бер ваҡыт Беероҫтан булған Риммон улдары Рехав менән Бағана көндөң иң ҡыҙыу мәлендә Иш-Бошеҫтың өйөнә килә. Ә ул төш ваҡытында үҙ түшәгендә йоҡлап ятҡан була.
6
Шул ваҡыт Рехав менән Бағана, бойҙай алырға тигән булып өй эсенә инәләр ҙә Иш-Бошеҫтың эсенә сәнсеп, уны үлтерәләр. Шунан Рехав менән туғаны Бағана сығып ҡасалар.
7
Улар өйгә ингән саҡта Иш-Бошеҫ үҙенең йоҡо бүлмәһендә түшәктә ятҡан була. Уны ҡылыс менән сәнсеп үлтерәләр ҙә, башын киҫеп алып, сығып китәләр. Төнө буйы Ғарава тигеҙлеге буйлап баралар.
8
Иш-Бошеҫтың башын Хевронға Дауыт батшаға алып киләләр ҙә былай тиҙәр: – Бына һине үлтерергә теләгән дошманың Шаул улы Иш-Бошеҫтың башы! Раббы бөгөн һин хакимыбыҙ батша өсөн дошманың Шаулдан һәм уның тоҡомонан үс алды.
9
Әммә Дауыт Рехав менән уның ҡустыһы Бағанаға – Беероҫ кешеһе Риммондың улдарына – былай ти: – Йәнемде бөтә бәләләрҙән йолоп алған тере Раббы шаһит!
10
Сиҡлағта саҡта: «Шаул үлде!» – тип һөйөнсө алырға килгән кешене бүләкләр урынға тотоп алғанмын һәм үлтерергә ҡушҡанмын икән,
11
хәҙер һеҙҙән – бер ғәйепһеҙ кешене өйөнә инеп, түшәгендә үлтереп сыҡҡан йүнһеҙ бәндәләрҙән – уның ҡаны өсөн ҡон ҡайтармам, ер йөҙөнән юҡ итмәм, тип уйлайһығыҙмы?
12
Дауыт хеҙмәтселәренә әмер бирҙе һәм улар ағалы-энеле был икәүҙе үлтерҙе. Уларҙың аяҡ-ҡулдарын киҫеп, кәүҙәләрен Хеврон быуаһы буйына аҫып ҡуйҙылар. Ә Иш-Бошеҫтың башын Хевронда Авнерҙың төрбәһенә дәфен ҡылдылар.
← Chapter 3
Chapter 5 →