bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
2 Corinthians 13
2 Corinthians 13
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Һеҙгә өсөнсө тапҡыр киләсәкмен. Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Һәр эш ике йәки өс шаһиттың күрһәтмәһе менән раҫланырға тейеш».
2
Мин һеҙгә икенсе тапҡыр килгәндә киҫәтеү яһағайным. Хәҙер, һеҙҙән алыҫта булып, элек гонаһ ҡылғандарҙы, шулай уҡ башҡаларҙы ла, тағы ла бер тапҡыр киҫәтәм: яңынан янығыҙға ҡайтҡас, һеҙҙе йәлләмәйәсәкмен.
3
Һеҙ бит Мәсихтең минең аша һөйләгәненә дәлил эҙләйһегеҙ. Ул һеҙгә ҡарата көсһөҙ түгел, ә арағыҙҙа көслө.
4
Ул, ысынлап та, көсһөҙ килеш арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланды, хәҙер иһә Алла ҡөҙрәте менән йәшәй. Беҙ ҙә шулай уҡ Мәсихтә көсһөҙбөҙ, әммә Алла ҡөҙрәте арҡаһында Уның менән һеҙҙең өсөн йәшәйәсәкбеҙ.
5
Үҙегеҙҙе һынағыҙ: иман менән йәшәйһегеҙме? Үҙегеҙҙе тикшерегеҙ! Ғайса Мәсихтең үҙегеҙҙә булыуын белмәйһегеҙме әллә? Әгәр һынауҙы күтәрә алһағыҙ, әлбиттә.
6
Беҙгә килгәндә, һынауҙы күтәрә алыуыбыҙҙы танырһығыҙ тип өмөт итәм.
7
Һеҙҙең бер ниндәй ҙә яман эштәр ҡылмауығыҙҙы һорап, Аллаға доға ҡылабыҙ. Беҙ һынауҙы уңышлы үткәнебеҙҙе күрһәтергә түгел, ә һынауҙы үтә алмаған кеүек күренһәк тә, һеҙҙең изгелекле эш башҡарыуығыҙ өсөн доға ҡылабыҙ.
8
Беҙ хәҡиҡәткә ҡаршы бер нәмә лә ҡыла алмайбыҙ, тик уның хаҡына ғына ҡыла алабыҙ.
9
Шуға күрә беҙ – көсһөҙ, ә һеҙ көслө булғанда һөйөнәбеҙ һәм һеҙҙең камиллашыуығыҙ хаҡына доға ҡылабыҙ.
10
Шунлыҡтан мин быларҙы һеҙҙән ситтә ваҡытта яҙам. Янығыҙға килгәс, Раббының миңә емерергә түгел, ә нығытырға тип биргән вәкәләтен ҡаты рәүештә ҡулланмауҙы өмөт итәм.
11
Шулай итеп, имандаштар, ҡыуанығыҙ, камиллыҡҡа юл ҡуйығыҙ, нәсихәттәремде ҡабул итеп алығыҙ, фекерҙәш булығыҙ һәм бер-берегеҙ менән татыу йәшәгеҙ. Шул ваҡытта мөхәббәт һәм именлек Аллаһы һеҙҙең менән булыр.
12
Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Һеҙҙе бөтә изгеләр сәләмләй.
13
Раббы Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте, Алланың мөхәббәте һәм Изге Рухта аралашыу һеҙҙең бөтәгеҙ менән булһын.
← Chapter 12