bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
2 Chronicles 27
2 Chronicles 27
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Тәхеткә ултырғанында Йоҫам егерме биш йәштә булып, Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә. Әсәһе Йеруша – Садоҡ ҡыҙы була.
2
Йоҫам, атаһы Ғуззияһ кеүек үк, Раббы күҙендә дөрөҫ булған ғәмәлдәр ҡыла, тик, унан айырмалы, Раббы ҡорамына инмәй. Халыҡ иһә һаман боҙоҡ эштәрен дауам итә.
3
Йоҫам Раббы ҡорамының Юғары ҡапҡаһын яһата, Ғофел ҡалҡыулығындағы ҡала диуарына ла күпте төҙөтә.
4
Бынан тыш ул Йәһүҙә тауҙарында ҡалалар, урмандарҙа ҡәлғәләр һәм манаралар һалдыра.
5
Ул Ғаммон батшаһы менән һуғыша һәм уны еңә. Ул йылды ғаммондар уға йөҙ талант көмөш һәм ун меңешәр кор бойҙай менән арпа бирә. Ғаммондар бындай яһаҡты икенсе йылына ла, өсөнсө йылына ла бирә.
6
Йоҫам Аллаһы Раббы юлынан йөрөгәнгә күрә шулай ҡеүәтле булып китә.
7
Йоҫамдың башҡа ғәмәлдәре, уның бөтә яуҙары һәм тотҡан юлы Исраил һәм Йәһүҙә батшалары китабында яҙылған.
8
Тәхеткә ултырғанда ул егерме биш йәшендә булып, Йәрүсәлимдә ун алты йыл батшалыҡ итә.
9
Йоҫам үлеп, ата-бабалары хозурына күсә, уны Дауыт ҡалаһында ерләйҙәр. Урынына улы Ахаз батша була.
← Chapter 26
Chapter 28 →