bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Timothy 3
1 Timothy 3
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Кем имандаштар берҙәмлегенә етәксе булырға ынтыла, шуның ниәте изге, тигән һүҙҙәр хаҡ.
2
Етәксе намыҫлы тормош алып барған, ҡатынына тоғро ир, айыҡ аҡыллы, тотанаҡлы, ихтирам ҡаҙанған, ҡунаҡсыл, өйрәтеүгә маһир булырға тейеш,
3
ул эсеп йөрөмәҫкә, һуғыш суҡмары ла, аҡса ҡоло ла булмаҫҡа, ә иғтибарлы булырға һәм тыныслыҡ һөйөргә,
4
үҙ ғаиләһе менән оҫта идара итергә, балаларын ихтирамға лайыҡ, тыңлаусан итеп тәрбиәләргә бурыслы.
5
Әгәр үҙ ғаиләһе менән идара итә белмәһә, Алла берҙәмлеге хаҡында нисек хәстәрләй алыр?
6
Етәксе, әреләнеп китеп, Иблис төшкән хөкөмгә дусар ителмәһен өсөн, ул иманға яңы ғына килеүселәр араһынан булырға тейеш түгел.
7
Ғәйеп тыуҙырмаҫ һәм Иблис тоҙағына эләкмәҫ өсөн, етәксенең сит кешеләр араһында ла даны яҡшы булыуы мотлаҡ.
8
Ярҙамсылар шулай уҡ ике йөҙлөләнмәҫкә, эсеү менән мауыҡмаҫҡа, һаранланмаҫҡа, ихтирамға лайыҡ булырға,
9
иманыбыҙҙың серле асылын саф выждан менән һаҡларға тейеш.
10
Уларҙы ла башта һынап ҡараһындар, шунан ғына, әгәр тел тейҙермәҫлек булһалар, хеҙмәт итһендәр.
11
Шулай уҡ ярҙамсы ҡатындар ҙа ихтирамға лайыҡ, ғәйбәт һөйләп йөрөмәгән, айыҡ аҡыллы, һәр яҡлап ышаныс яулаған кеше булһын.
12
Ярҙамсы үҙенең ҡатынына тоғро ир булырға, балаларына һәйбәт тәрбиә бирергә һәм ғаиләһе менән оҫта идара итергә тейеш.
13
Яҡшы хеҙмәт иткән ярҙамсылар ҙур дәрәжәгә күтәрелә һәм Ғайса Мәсихкә булған имандарында тәүәккәллектәре арта.
14
Быны мин тиҙҙән һинең яныңа килеремә ышанып яҙам,
15
әгәр мин оҙаҡлаһам, хәҡиҡәттең терәге һәм нигеҙе булған тере Алланың берҙәмлегендә, йәғни Алла йортонда үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген белергә тейешһең.
16
Иманыбыҙҙың серле асылының бөйөк булыуы бәхәсһеҙ: Ул кеше тәнендә килде, Уның хаҡлығы Изге Рух ярҙамында раҫланды, Уны фәрештәләр күрҙе, Ул халыҡтар араһында вәғәзләнде, донъяла иман менән ҡабул ителде, дан менән күккә күтәреп алынды.
← Chapter 2
Chapter 4 →