bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Thessalonians 1
1 Thessalonians 1
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Тессалоникелағы имандаштар берҙәмлегенә, Атабыҙ Аллала һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтә булғандарға Паулустан, Силуандан һәм Тимоҫеустан сәләм. Һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!
2
Беҙ һәр ваҡыт, доғаларыбыҙҙа һеҙҙе иҫкә алып, бөтәгеҙ өсөн дә Аллаға рәхмәттәр әйтәбеҙ.
3
Һеҙҙең иманлы эштәрегеҙҙе, мөхәббәт менән һуғарылған хеҙмәтегеҙҙе һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихкә өмөт бағлап ныҡ тороуығыҙҙы Атабыҙ Алла алдында һәр ваҡыт иҫебеҙҙә тотабыҙ.
4
Имандаштар, Алла һеҙҙе ярата, Уның һеҙҙе һайлап алғанын беҙ беләбеҙ,
5
сөнки беҙҙең Һөйөнөслө Хәбәребеҙ һеҙгә һүҙ аша ғына түгел, ә Изге Рухтың ҡөҙрәте һәм тәрән ышаныуыбыҙ аша барып етте. Был һеҙгә билдәле, сөнки беҙ бергә ваҡытта һеҙҙең өсөн нисек йәшәгәнебеҙҙе беләһегеҙ.
6
Һәм һеҙ, беҙҙе һәм Раббыны өлгө итеп алып, күп ғазаптар кисерһәгеҙ ҙә, был Хәбәрҙе Изге Рухтан килгән ҙур шатлыҡ менән ҡабул иттегеҙ.
7
Шулай итеп, һеҙ Македония һәм Ахая өлкәләрендә йәшәүсе бөтә иманлыларға өлгө булдығыҙ.
8
Раббы һүҙе һеҙҙең аша Македония һәм Ахая өлкәләрендә ишетелде, ул ғына ла түгел, һеҙҙең Аллаға булған иманығыҙ тураһында ла һәр ерҙә билдәле. Шулай булғас, нимәлер һөйләүҙең кәрәге лә юҡ.
9
Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.
Chapter 2 →