bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Samuel 5
1 Samuel 5
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Пелештиҙәр, Алла һандығын ҡулға төшөргәндән һуң, уны Әвән-Ғезәрҙән Ашдодҡа килтерҙеләр.
2
Улар Алла һандығын Дагондың ҡорамына алып инеп, Дагон һыны эргәһенә урынлаштырҙылар.
3
Ашдод халҡы иртәгәһенә иртән тороп ҡараһа, Дагон һыны Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Дагонды күтәреп алып, яңынан үҙ урынына ҡуйҙылар.
4
Иртәгәһенә йәнә иртән тороп ҡараһалар, Дагон тағы Раббы һандығы алдында йөҙтүбән ерҙә ята! Был юлы кәүҙәһе генә бөтөн килеш ҡалған, ә өҙөлгән башы менән ике ҡулы тупһа янында аунай.
5
Шул сәбәпле Дагон ҡаһиндары ла, Дагон ҡорамына килеүселәр ҙә әлегә тиклем Ашдодтағы ҡорамдың тупһаһына баҫмай.
6
Раббының ҡулы Ашдодта һәм уның тирәһендә йәшәүселәрҙе ауыр ҡазаларға дусар итте, уларҙың тәндәренә оролар сығарып, ҡоттарын алды.
7
Был хәлдәрҙе күреп, Ашдодта йәшәүселәр: – Исраил Аллаһының һандығы беҙҙә ҡалмаһын, сөнки беҙгә лә, илаһыбыҙ Дагонға ла Уның ҡулы ҡаты, – тинеләр.
8
Шунан хәбәр ебәреп, пелешти хакимдарын саҡырттылар ҙа: – Исраил Аллаһының һандығын нимә эшләтәйек? – тип һоранылар. Пелешти хакимдары: – Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫҡа күсерелһен, – тинеләр. Исраил Аллаһының һандығы Ғаҫ ҡалаһына ебәрелде.
9
Әммә һандыҡ унда килтерелгәндән һуң, Раббының ҡулы ул ҡалаға ла бәлә-ҡаза килтерҙе: олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтәһенең тәненә оролар үҫеп сыҡты. Халыҡтың ҡото алынды.
10
Бынан һуң Алла һандығын Ғәҡронға ебәрҙеләр. Алланың һандығы ҡалаға инер-инмәҫтән, Ғәҡрон халҡы: – Беҙҙе – бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтөр өсөн Исраил Аллаһының һандығын беҙгә килтергәндәр! – тип яр һалды.
11
Хәбәр ебәреп, бөтә пелешти хакимдарын йыйып килтерҙеләр ҙә: – Исраил Аллаһының һандығын бынан оҙата күрегеҙ! Беҙҙе – беҙҙең бөтә халҡыбыҙҙы үлтереп бөтмәһен өсөн уны үҙенең урынына кире ҡайтарығыҙ, – тинеләр. Бөтә ҡаланы әжәл ҡурҡынысы биләп алғайны. Раббының ҡулы ғәйәт ҡаты ине.
12
Үлмәй ҡалғандар оролар менән ҡапланғайны. Ҡала халҡының аһ-зары күктәргә олғашты.
← Chapter 4
Chapter 6 →