bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Samuel 27
1 Samuel 27
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыт: «Былайтып берәй көн Шаулдың ҡулынан һәләк булыуым бар, – тип уйланы. – Шуға күрә минең өсөн пелешти еренә ҡасыуҙан да яҡшыһы юҡ. Ул саҡта Шаул да Исраилдың бер осонан алып икенсе осона тиклем эҙләүҙән туҡтар, мин дә уның ҡулынан ҡотолормон», – тигән ҡарарға килде.
2
Шунан һуң Дауыт, янындағы алты йөҙ кешеһен алып, Ғаҫ батшаһы Мағох улы Ахишҡа юлланды.
3
Ғаиләләре менән бергә Ғаҫта, Ахиш янында, төйәкләнделәр. Ҡатындары – Изреғилдән Ахиноғам менән Кармәл кешеһе Навалдан тол ҡалған Авигаил Дауыт менән булды.
4
Дауыттың Ғаҫҡа ҡасып киткәнен Шаулға хәбәр иткәс, ул башҡаса Дауытты эҙләп маташманы.
5
– Әгәр күңелеңә хуш булһам, миңә берәй бәләкәй ҡалала урын бир. Шунда урынлашайым. Ниңә ҡолоңа баш ҡалала һинең яныңда йәшәргә? – тине Дауыт Ахишҡа.
6
Ахиш уға шул көндө үк Сиҡлағ ҡалаһын бирҙе. Шуға күрә Сиҡлағ әлегә тиклем Йәһүҙә батшаларыныҡы булып ҡала.
7
Дауыт пелешти тупрағында бер йыл да дүрт ай йәшәне.
8
Был ваҡыт эсендә Дауыт менән кешеләре Шурҙан алып Мысырға тиклемге был ерҙәрҙә элек-электән йәшәгән гешури, гирзи халыҡтарына һәм ғәмәлектәргә баҫҡынсылыҡ итте.
9
Дауыт ул ерҙәргә һөжүм иткәндә, ирме, ҡатынмы – береһен дә тере ҡалдырманы. Ҡуйҙарын, үгеҙҙәрен, ишәктәрен, дөйәләрен ҡыуып алып китте, кейем-һалымын тартып алыр һәм Ахишҡа кире ҡайтыр булды.
10
Ахиш: «Бөгөн кемгә барымта яһанығыҙ?» – тип һораһа, Дауыт: «Негевтағы йәһүҙиҙәргә» йәки «Негевтағы йерахмеилдарға», йәиһә «Негевтағы ҡыниҙарға», – тип әйтә торған булды.
11
Бер генә ирҙе, бер генә ҡатынды ла тере ҡалдырманы, Ғаҫҡа килтермәне Дауыт, сөнки улар: «Дауыт былай эшләне, Дауыт тегеләй эшләне», – тип һөйләрҙәр тип уйланы. Пелешти ерендә йәшәгәндә һәр саҡ шулай эшләне.
12
Ахиш уға тулыһынса ышанды: «Дауытты исраилдар үҙҙәре күрә алмай, тимәк, ул бынан һуң миңә мәңге тоғро хеҙмәт итәсәк», – тип уйланы.
← Chapter 26
Chapter 28 →