bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Samuel 21
1 Samuel 21
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыт Новҡа Ахимәләх тигән ҡаһинға килде. Ахимәләх хәүефләнеп Дауытҡа ҡаршы сыҡты. – Нишләп яңғыҙың, яныңда бер кем дә юҡ? – тип һораны.
2
– Батша миңә бер йомош ҡушты, – тип яуапланы Дауыт Ахимәләх ҡаһинға. – «Һине ни өсөн ебәргәнемде, ни бойорғанымды бер кем дә белмәһен», – тине. Шуға күрә егеттәремде билдәле урында ҡалдырҙым.
3
Ҡана, ҡул аҫтыңда ашарлыҡ нимә бар? Миңә биш икмәк йәки, нимәң булһа, шуны бир.
4
– Ябай икмәгем юҡ, – тип яуапланы ҡаһин Дауытҡа. – Әгәр егеттәрең ҡатындар менән яҡынлыҡ ҡылмаған булһа, пак булһа, – изге икмәгем бар.
5
– Һәр ваҡыттағыса, сәфәрҙә булған сағыбыҙҙа ҡатын-ҡыҙ затынан йыраҡбыҙ, – тине Дауыт. – Кешеләрем, ғөмүмән, юлда үҙҙәрен пак тота, ә инде бындай махсус эш менән йөрөгәндә бигерәк тә.
6
Ҡаһин Дауытҡа изге икмәк бирҙе, сөнки унда ошо Раббы хозурына ҡуйылғанынан башҡаһы юҡ ине. Был икмәк шул көндө, урынына йылыһын ҡуйыр өсөн, Раббы алдынан алынғайны.
7
Ул көндө Шаул хеҙмәтселәренең береһе, көтөүселәр башлығы Доег тигән эдоми ҙа бында Раббы хозурында тора ине.
8
– Ҡул аҫтыңда һөңгөмө, ҡылысмы юҡмы? Батшаның йомошо ашығыс булғанлыҡтан, ҡылыс та, башҡа ҡорал да алып өлгөрмәнем, – тине Дауыт Ахимәләхкә.
9
– Үҙең Эла үҙәнендә үлтергән пелешти Голиаҫтың ҡылысы бар, – тип яуап ҡайтарҙы ҡаһин. – Эфод артында, кейемгә төрөлгән килеш ята. Теләһәң, шуны ал, бында башҡа ҡорал юҡ. – Шунан да яҡшыһы юҡ, бир уны миңә, – тине Дауыт.
10
Дауыт ул көндө, Шаулдан ҡасып, Ғаҫ батшаһы Ахишҡа килде.
11
Ахиштың хеҙмәтселәре: – Был теге илдең батшаһы Дауыт түгелме? – тинеләр. – Бейешкәндә: «Шаул ҡырҙы меңдәрҙе, Ә Дауыт ун меңдәрҙе», – тип уның тураһында йырламайҙар инеме?
12
Дауыт был һүҙҙәрҙе күңеленә һалып ҡуйҙы һәм Ғаҫ батшаһы Ахиштан бик ҡурҡты.
13
Ул бөтәһе алдында йөҙөн үҙгәртеп, диуана булып ҡыланды, ҡапҡа-ишектәрҙе тырнап, һаҡалына шайығын ағыҙып йөрөнө.
14
Ахиш ярандарына: – Был бәндәнең торғаны бер тиле икәнен күрмәйһегеҙме ни? – тип асыуланды. – Уны миңә нимә тип алып килдегеҙ?
15
Беҙҙә аҡылдан шашҡандар әҙме? Минең алдымда диуаналанһын тип килтерҙегеҙме? Шул минең һарайыма инерме?
← Chapter 20
Chapter 22 →