bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 John 4
1 John 4
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Һөйөклөләрем! Рухтарҙың һәр береһенә ышанмағыҙ, уларҙың ысынлап та Аллананмы икәнлеген һынап ҡарағыҙ, сөнки донъяла ялған пәйғәмбәрҙәр бик күп.
2
Алла Рухын һеҙ былай танырһығыҙ: Ғайса Мәсихтең донъяға кеше тәнендә килгәнен ҡабул иткән һәр рух Алланан була.
3
Ғайсаны танып белмәгән бер рух та Алланан түгел, ул – Мәсих дошманының рухы, һеҙ уның килере тураһында ишеткәйнегеҙ, һәм ул хәҙер донъяла инде.
4
Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн.
5
Ялған пәйғәмбәрҙәр – был донъяныҡы, шуға күрә улар һөйләгән һүҙҙәр – был донъяныҡы, һәм донъя кешеләре уларҙы тыңлай.
6
Беҙ – Алланан. Алланы танып белеүсе беҙҙе тыңлай. Алланан булмағандар иһә беҙҙе тыңламай. Шуның аша беҙ хәҡиҡәт Рухын һәм ялғанлыҡ рухын таныйбыҙ.
7
Һөйөклөләрем! Бер-беребеҙҙе яратайыҡ, сөнки мөхәббәт – Алланан. Һәр яратҡан кеше Алланан тыуған һәм Алланы танып белә.
8
Яратмаған әҙәм Алланы танып белмәй, сөнки Алла – мөхәббәт ул.
9
Алла беҙгә һөйөүен бына нисек күрһәтте: Ул Үҙенең берҙән-бер Улын, Уның аша беҙгә йәшәү бирер өсөн, донъяға ебәрҙе.
10
Мөхәббәт шунан ғибәрәт: ул – беҙҙең Алланы яратыуыбыҙҙа түгел, ә Уның беҙҙе яратыуында һәм, гонаһтарыбыҙ ярлыҡанһын өсөн, ҡорбан итеп Үҙенең Улын ебәреүендә.
11
Һөйөклөләрем, Алла беҙҙе шулай яратҡанға күрә беҙгә лә бер-беребеҙҙе яратырға кәрәк.
12
Алланы бер кем һис ҡасан күрмәгән. Әммә беҙ бер-беребеҙҙе яратһаҡ, Алла беҙҙә йәшәр һәм Уның мөхәббәте беҙҙә камиллашҡан булыр.
13
Беҙ – Аллала, Алланың беҙҙә булғанын Уның беҙгә биргән Рухынан беләбеҙ.
14
Ата Үҙенең Улын ошо донъяға Ҡотҡарыусы итеп ебәргәнен беҙ үҙебеҙ күрҙек һәм быға шаһитлыҡ ҡылабыҙ.
15
Кем дә кем Ғайсаның Алла Улы булыуын таный, ул кешелә Алла бар һәм ул үҙе лә – Аллала.
16
Беҙ Алланың беҙгә булған һөйөүен танып белдек һәм һөйөүенә инандыҡ. Алла – мөхәббәт. Мөхәббәттә йәшәүсе – Аллала, Алла унда булыр.
17
Мөхәббәт беҙҙең арала камиллыҡҡа етте, шуға күрә ҡиәмәт көнөн беҙ ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ.
18
Мөхәббәттә ҡурҡыу юҡ, камил мөхәббәт ҡурҡыуҙы ҡыуа. Ҡурҡыу яза менән бәйле, һәм кем ҡурҡа, ул мөхәббәттә камиллыҡҡа өлгәшмәгән әле.
19
Беҙ яратабыҙ, сөнки беренсе булып беҙҙе Алла яратты.
20
Әгәр берәү: «Мин Алланы яратам», – тиһә, ә үҙе имандашын күрә алмаһа, ул – ялғансы. Үҙе күреп торған имандашын яратмаған кеше күрмәгән Алланы ярата алмай.
21
Алла беҙгә: «Алланы яратҡан кеше үҙенең туғанын да яратһын», – тип бойорҙо.
← Chapter 3
Chapter 5 →