bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Chronicles 3
1 Chronicles 3
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Дауыттың Хевронда тыуған улдары: баш балаһы Амнон – изреғилле Ахиноғамдан; икенсеһе Даниил – кармәлле Авигаилдән;
2
өсөнсөһө Авшалом – Гешур батшаһы Талмайҙың ҡыҙы Мағаханан, дүртенсеһе Адонияһ – Хаггиҫтан;
3
бишенсеһе Шефатъяһ – Авиталдан; алтынсыһы Иҫреғам – Ғәғлә исемле ҡатынынан.
4
Былар – Дауыттың Хевронда тыуған алты улы. Дауыт унда ете йыл да алты ай батшалыҡ итә, ә Йәрүсәлимдә утыҙ өс йыл батша була.
5
Дауыттың Йәрүсәлимдә тыуған улдары: Шимға, Шовав, Наҫан, Сөләймән. Был дүртәүҙе Ғаммиил ҡыҙы Баҫ-Шуағ табып бирә.
6
Тағы туғыҙ улы: Ивхар, Әлишамағ, Әлифәләт,
7
Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ,
8
Әлишамағ, Әлъядағ һәм Әлифәләт.
9
Йәриәләренән тыуған улдарынан башҡа Дауыттың бөтә улдары ошо. Дауыттың Тамар исемле ҡыҙы ла була.
10
Сөләймәндең улы – Рехавғам. Рехавғамдың улы – Авияһ, Авияһтың улы – Аса, Асаның улы – Йеһошафат,
11
Йеһошафаттың улы – Йеһорам, Йеһорамдың улы – Ахазъяһ, Ахазъяһтың улы – Йоаш,
12
Йоаштың улы – Амасъяһ, Амасъяһтың улы – Ғазаръяһ, Ғазаръяһтың улы – Йоҫам,
13
Йоҫамдың улы – Ахаз, Ахаздың улы – Хизкияһ, Хизкияһтың улы – Менашше,
14
Менашшеның улы – Амон, Амондың улы – Йошияһ.
15
Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум.
16
Йеһояҡимдың улдары: Йехонъяһ, Сидкияһ.
17
Йехонъяһтың улдары: Асир, Малкирам, Педаяһ, Шенассар, Йеҡамъяһ, Һошамағ һәм Недавъяһ. Асирҙың Шеалтиил исемле улы була.
19
Педаяһтың улдары: Зеруббавел һәм Шимғи. Зеруббавелдың улдары: Мешуллам менән Хананъяһ, уларҙың Шеломиҫ исемле ҡыҙ туғаны була.
20
Быларҙан тыш Зеруббавелдың Хашува, Оһәл, Бәрәхъяһ, Хасадъяһ һәм Йушав-Хәсәд исемле тағы биш улы донъяға килә.
21
Хананъяһтың улдары: Пелатъяһ һәм Йешағъяһ; Йешағъяһтың улы Рефаяһ, Рефаяһтың – Арнан, Арнандың – Ғовадъяһ, Ғовадъяһтың – Шеханъяһ,
22
Шеханъяһтың Шемағъяһ исемле улы була. Шемағъяһтың алты улы тыуа, улар: Хаттуш, Йигал, Бариах, Неғаръяһ, Шафат.
23
Неғаръяһтың Әлйоғынай, Хизкияһ һәм Ғазриҡам исемле өс улы була.
24
Әлйоғынайҙың иһә улдары етәү була: Һодауъяһ, Әлйәшив, Пелаяһ, Ғаҡҡув, Йоханан, Делаяһ һәм Ғанани.
← Chapter 2
Chapter 4 →