bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Chronicles 20
1 Chronicles 20
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Киләһе йылдың яҙында, батшалар яуға сыға торған ваҡытта, Йоав үҙенең ғәскәре менән килеп, ғаммондарҙың ерен таларға тотона һәм Рабба ҡалаһын ҡамап ала. Дауыт был саҡта Йәрүсәлимдә ҡала. Йоав Раббаға һөжүм итә һәм уны емертә.
2
Дауыт Ғаммон батшаһының башындағы тажын ала. Аҫыл таштар менән биҙәлгән был тажда бер талант алтын булып сыға. Тажды Дауыттың башына кейҙерәләр. Ул ҡалала бик күп яумал ҡулға төшөрә.
3
Унда йәшәгән халыҡты, ҡыуып алып китеп, бысҡы, тимер кәйлә һәм балта менән эшләргә мәжбүр итә. Ғаммондарҙың барлыҡ ҡалаларында ла ул шулай эшләй. Шунан Дауыт үҙенең бөтә ғәскәре менән Йәрүсәлимгә әйләнеп ҡайта.
4
Бынан һуң Гәзәрҙә пелештиҙәр менән һуғыш була. Хушанан Сиббехай рефалар тоҡомонан булған Сиппайҙы үлтерә һәм пелештиҙәр буйһонорға мәжбүр була.
5
Шунан һуң пелештиҙәр менән тағы бер алыш була. Шунда Яғыр улы Әлханан Ғаҫ кешеһе Голиаҫтың туғаны Лахмиҙы еңә. Лахмиҙың һөңгө һабы туҡыу ыҫтаны таяғы оҙонлоҡ була.
6
Һуңғараҡ йәнә бер һуғыш Ғаҫта була. Унда бер һонтор кәүҙәле кешенең ике ҡулы ла, аяҡтары ла алтышар бармаҡлы булып, бармаҡтары йәмғеһе егерме дүрт була. Ул да рефалар тоҡомонан.
7
Шул әҙәм исраилдарҙы хурларға тотонғас, уны Йонаҫан үлтерә. Йонаҫан Дауыттың ағаһы Шимғаның улы була.
8
Был һуғышсылар Ғаҫта йәшәгән рефалар тоҡомонан була, улар Дауыт менән уның кешеләре тарафынан үлтерелә.
← Chapter 19
Chapter 21 →