bible
ra
🌐 Language
English
Español
Français
Deutsch
Português
Italiano
Nederlands
Русский
中文
日本語
한국어
العربية
Türkçe
Tiếng Việt
ไทย
Indonesia
All Languages
Home
/
Bashkir
/
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
/
1 Chronicles 14
1 Chronicles 14
Bashkir 2023 (Изге Яҙма)
1
Тир батшаһы Хирам Дауытҡа илселәре менән батша йортон һалыу өсөн кедр ағастары, ташсылар һәм балта оҫталары ебәрә.
2
Дауыт Раббының уны Исраил батшаһы итеп раҫлағанын һәм халҡы Исраил хаҡына уның батшалығын күтәргәнен аңлай.
3
Йәрүсәлимдә Дауыт йәнә ҡатындар ала. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуа.
4
Бына уның Йәрүсәлимдә тыуған балаларының исемдәре: Шаммуағ, Шовав, Наҫан, Сөләймән,
5
Ивхар, Әлишуағ, Әлпәләт,
6
Ногаһ, Нәфәг, Яфияғ,
7
Әлишамағ, Беғәльядағ һәм Әлифәләт.
8
Дауыттың бар Исраилға батша итеп мәсехләнгәнен ишеткәс, бөтә пелештиҙәр уны эҙләргә керешә. Был хаҡта белеп ҡалғас, Дауыт үҙе уларға ҡаршы китә.
9
Пелештиҙәр килеп, Рефалар үҙәнен таларға тотона.
10
Дауыт Алланан: – Пелештиҙәргә ҡаршы сығайыммы? Һин уларҙы минең ҡулыма тапшыраһыңмы? – тип һорай. Раббы Дауытҡа: – Бар, ҡаршы сыҡ! Мин уларҙы һинең ҡулыңа тапшырам, – тип яуап ҡайтара.
11
Исраилдар Бәғел-Перасимға юллана, Дауыт шунда пелештиҙәрҙе тар-мар итә һәм былай ти: – Һыу ташҡыны ҡаршылыҡтарҙы емереп үткән һымаҡ, Алла минең ҡулым менән дошмандарымды туҙҙырып ташланы. Шуға күрә был урынды Бәғел-Перасим тип атайҙар.
12
Ул ерҙә пелештиҙәр илаһтарының һындарын ташлап ҡаса. Дауыттың әмере буйынса ул боттар утта яндырыла.
13
Күпмелер ваҡыттан һуң пелештиҙәр йәнә үҙәнде талай башлай.
14
Дауыт тағын Аллаға һорау менән мөрәжәғәт итә, һәм Ул былай тип яуап ҡайтара: – Уларҙың артынан барма, арт яҡтан урап, тут ағастары яғынан бар.
15
Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Алла Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был.
16
Дауыт Алла нисек бойорһа, шулай эшләй һәм пелештиҙәр ғәскәрен Ғивғондан алып Гәзәргә тиклем юл буйы ҡырып баралар.
17
Дауыттың даны бөтә ерҙәргә тарала, һәм Раббы ҡөҙрәте менән бар халыҡтар унан ҡурҡып тора.
← Chapter 13
Chapter 15 →